17.07.2012 Афған аҡһаҡалдары килде
Кисә Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Афғанстан Милли ассамблеяһының аҡһаҡалдар советы делегацияһын ҡабул итте. Ислам республикаһының парламент вәкилдәре менән киләсәккә хеҙмәттәшлек перспективалары ҡаралды.
БР Президенты белдереүенсә, ике республиканы мәҙәниәт, дин берлеге бәйләй, беҙҙә йөҙҙән ашыу афғанйәшәй. Шул уҡ ваҡытта тышҡы иҡтисади бәйләнештәр етерлек үҫешмәгән. Былтыр Башҡортостан менән Афғанстан араһында тауар әйләнеше 80 миллион доллар булған.
Әлеге осрашыуҙа ауыл хужалығы, машиналар эшләү тармағында хеҙмәттәшлек итеү уңайлы буласаҡ тип билдәләнде. Бынан тыш, ағас эшкәртеү, һаулыҡ һаҡлау, туризм буйынса ла бәйләнештәр булдырырға мөмкин.
– Беҙ ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышырбыҙ, был илдең ниндәй хәлдә булыуын аңлайбыҙ. Әйҙә, ошо осрашыу нигеҙендә булдырылған бәйләнеш Рәсәй менән Афғанстан хеҙмәттәшлегенә беҙҙең өлөш булһын, – тине Башҡортостан Президенты.