17.07.2012 Өс һөйләм менән
Йәкшәмбелә Якутияла уҙған “Азия балалары” V халыҡ-ара спорт уйындары тамамланды. Башҡортостан вәкилдәре был уйында лайыҡлы сығыш яһаны. Руфина Әйүпова, Дамира Рысаева, Татьяна Ищук, Наталья Сацук, Павел Никаноров шашка, бокс, тхэквондо, уҡтан атыу буйынса өс бронза, бер көмөш һәм бер алтын миҙал алып ҡайтты.
Башҡорт дәүләт аграр университетының биология-технология факультетының 6-сы курс магистры Азамат Сәлихов “ЭВРИКА – 2012” Бөтә Рәсәй студенттарының фәнни-техник ижады смотр-конкурсы еңеүсеһе булған. Уның ғилми эшен жюри юғары баһалап, II дәрәжә еңеүсе дипломы, лауреат дипломы, миҙал һәм ҡиммәтле бүләк тапшырған. Был конкурста Рәсәйҙең 125 ҡалаһынан 945 студент ҡатнашҡан.
Стәрлетамаҡ районында ике егет хужаһы менән бергә... автомобиль урлаған. 32 йәшлек ир Стәрле йылғаһына һыу инергә килгәс, ике егет унан, машинаһын ярға яҡыныраҡ урынлаштырып, музыка ҡуйыуын һорай. Автомобиль хужаһы ҡайтырға йыйынғас, егеттәр уны туҡмап, артҡы ултырғысҡа һала һәм ҡала буйлап йөрөй, был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Ошо көндәрҙә Ағиҙел йылғаһы ярында носорог мөгөҙө табылған. Боронғо һөтимәр хайуан яҡынса ике тонна ауырлығында булған. Тарихи ҡалдыҡтар Мишкә районының тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырылған.
Рәсәй ҡалалары араһында торлаҡҡа хаҡ артыу буйынса Өфө һигеҙенсе урынды биләй. Бөгөн бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы 55 340 һум тәшкил итә. Беҙҙән алда Мәскәү, Санкт-Петербург, Мәскәү өлкәһе, Түбәнге Новгород, Екатеринбург, Приморье һәм Якутия килә.
“Һамар – Өфө – Силәбе” автомобиль магистрале идаралығы ауыр йөк машиналары водителдәрен эҫелә юл йөрөүҙең яңы ҡағиҙәләре индерелеүе хаҡында иҫкәртә. һауа температураһы 32 градустан юғары булғанда ауыр йөк машиналарына ҡаты япмалы юлдарҙан йөрөү тыйыла. Уларға трассала киске сәғәт 9-ҙан иртәнге 9-ға тиклем йөрөргә мөмкин.
Өфө ҡалаһының “Урал” галереяһында Ырымбур мамыҡ шәлдәре күргәҙмәһе асылды. Экспонаттарҙың үҙәгендә Түбәнге Новгородта үткән халыҡ-ара фестивалдә юғары баһаланған Каруанһарай һүрәте төшөрөлгән шәл урын алған. Был үҙенсәлекле күргәҙмә июль аҙағына тиклем дауам итә.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.