«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Эш хаҡы буйынса бурыс – 83 миллион һум



28.09.2010 Эш хаҡы буйынса бурыс – 83 миллион һум

«Башҡортостанстат» мәғлүмәттәре буйынса, республикала эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурыс 1 сентябргә 83 миллион һум тәшкил итә. Был һан шишәмбелә, 21 сентябрҙә, БР Хөкүмәтендә ваҡыты уҙған бурысты ҡайтарыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара координация советы ултырышында иғлан ителде.
Вице-премьер Фидус Ямалетдинов әйтеүенсә, ай башына Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан бурыс күләме буйынса туғыҙынсы урында тора. Һуңғы ике айҙа бурыслы ойошмалар һаны 18-ҙән 35-кә тиклем артҡан, эш хаҡы ала алмаған хеҙмәткәрҙәр һаны 3085-тән 5574 кешегә еткән. Шуларҙың өстән ике өлөшө – ауыл хужалығы тармағында (3640-тан ашыу кеше), 28 проценты эшкәртеүсе производстволарҙа (1571 кеше) эшләй. Иң күп бурыс Стәрлетамаҡта тупланған – 20,4 млн һум, Өфөлә – 4,8 млн һум, Салауатта – 3 млн һум, шулай уҡ Благовар районында – 19,5 млн һум, Стәрлетамаҡ районында – 10,4 млн һум, Дыуанда – 7,4 млн һум, Әлшәйҙә – 4,2 млн һум, Әбйәлил районында – 3,4 млн һум.
Вице-премьер республиканың ҡала һәм район башлыҡтарын эш биреүселәрҙең эш хаҡын ваҡытында түләүгә контролде көсәйтергә саҡырҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға