«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Краснодар халҡына ярҙам итәйек



17.07.2012 Краснодар халҡына ярҙам итәйек

Башҡортостанда Краснодар крайында һыу ташыу арҡаһында бәләгә тарығандарға гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһы асҡан махсус иҫәп аша күсерелә. Бөгөн 300 мең һум аҡса йыйыл­ған да инде.
Аҡсанан тыш, фажиғәгә тарыу­сыларға көндәлек кәрәк-яраҡ туплау ҙа ойошторолған. “Берҙәм Рәсәй”ҙең Йәш гвардияһы” вәкилдәре ярҙамы менән йыйылған тәүге гуманитар йөк Өфөнән Краснодарға ебәрелде лә инде. Был йөктө туплауҙа Башҡортостан халҡы дәррәү ҡатнашты. Улар араһында ябай граждандар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа, ойошмалар ҙа бар.
һыу ташыу арҡаһында зыян күреүселәргә аҡса күсереү өсөн реквизиттар:
Наименование:
БРОФ поддержки Партии «Единая Россия»
ИНН 0274090944
КПП 027401001
р/с 40703810100000000215 в ОАО АКБ «Башкомснаббанк»
БИК 048073842
к/с 30101810800000000842
Назначение платежа: Добровольное пожертвование гражданам, пострадавшим от наводнений в Краснодарском крае в 2012 году.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға