«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Эште тиҙләтһәк, юғалтыуҙар аҙ булыр



13.07.2012 Эште тиҙләтһәк, юғалтыуҙар аҙ булыр

Эште тиҙләтһәк, юғалтыуҙар аҙ булыр
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов кисә Благовар районында үткән Баҫыу көнөндә дөйөм ураҡҡа старт бирҙе. Республика башлығы, бөгөн аграрийҙар финиш һыҙығына сыға – ураҡты башлай, ауыл эшсәндәре өсөн был мөһим этап, тип билдәләне.
Президент игенселәргә ҡатмарлы осорҙа ураҡ эштәре өсөн арзан хаҡҡа яғыулыҡ һатылыуы һәм етештерелгән һөт өсөн компенсация түләнә башланыуы хаҡында ла белдерҙе. Яҡынса 400 млн һум финанс ярҙамы ауыл эшсәндәренә аномаль эҫе көндәр торғанда уңышты ваҡытында йыйып алырға һәм малсыларға аяҡҡа баҫырға булышлыҡ итәсәк.
− Көн торошона өмөтләнергә ярамай. Әлеге шарттарҙа аграрий­ҙар 2 млн 300 мең тонна иген алыр­ға тейеш. Был уңыш республиканың эске ихтыяждарын да ҡаплаясаҡ, артып ҡалғанын һатырға ла мөмкинлек бирәсәк, − тине республика башлығы. Тағы ла уның билдәләүенсә, ошондай республика кимәлендәге семинарҙар, айырыуса һуңғы йылдарҙа тармаҡта ярайһы ҙур яңыртыу эштәре алып барылғанда, аныҡ файҙа килтерергә тейеш. Президент һүҙҙәренсә, һуңғы ярты йылда республика аграрийҙары ике миллиард һумдан ашыу суммаға техника һатып алған. Былтыр был сумма миллиард ярым һумдан кәмерәк булған. Комбайндар паркы ла яңырған.
Республика етәксеһе әлеге ураҡ эштәренең стратегияһы менән танышты. Ауыл эшсәндәре йәмғеһе өс миллион гектарҙан ашыу майҙандан уңыш йыйып алыр­ға ниәтләй. Иген майҙандары сәсеүлектәрҙең 48,3 процентын тәшкил итә.
Кәңәшмәлә игенде һаҡлауға һалыу мәсьәләһе лә тикшерелде. Быйыл уның күләме дүрт мең тоннанан ашыу булырға тейеш. Шулай уҡ ужым культураларын сәсеү, тупраҡҡа минераль ашламалар индереү темаһы ла күтәрелде.
Рөстәм Хәмитов мал аҙығын әҙерләү темптары менән танышты, мал аҙығы сифаты мәсьәләһен күтәрҙе.
Ауыл эшсәндәре алдында урып-йыйыуҙы 25 – 30 көндә тамамлау бурысы ҡуйылды.
Аграрийҙар 55 мең тонна күләмендә күсмә страховка фондын булдырырға тейеш. Рөстәм Хәмитов былтыр ойошторолған залог фондының һөҙөмтәлелеге менән ҡыҙыҡһынды. Быйыл был практика дауам ителәсәк. Залог операциялары механизмы 23 июлдән эшләй башлай. Президент һүҙҙәренсә, фонд ауыл эшсәндәре өсөн финанс хәүефһеҙлеге гарантияһы булып тора. 2011 йылда баҙарҙа игенгә хаҡтарҙың үҙгәреп тороуы шарттарында аграрийҙар игендең һәр тоннаһынан ике мең һумға тиклем аҡса ота алды.
– Ураҡ эштәрен өс сменала ойошторорға кәрәк. Башҡа әмәлебеҙ юҡ. Ураҡты ни тиклем тиҙерәк тамамлаһаҡ, юғалтыуҙар ҙа шул тиклем аҙыраҡ буласаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға