«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



10.07.2012 Донъя яңылыҡтары

Әллә партизан, әллә волонтер…
Приморьела «Приморье партизандары» тип аталған енәйәт эшен ҡарау өсөн присяжныйҙар коллегияһын йыя алмағандар.
Эш шунда: «партизандар»ҙы бик ауыр һәм күп енәйәт статьялары буйынса ғәйепләйҙәр. Улар иҫәбендә − бандитлыҡ, полиция хеҙмәткәрҙәренә һөжүм итеү, ҡорал урлау һәм законһыҙ һаҡлау, автомобилдәр, документтар урлау, күпләп кеше үлтереү, сит мөлкәтте юҡ итеү кеүек ауыр енәйәттәр.
Тик бандиттар бер генә енәйәтен дә танырға ашыҡмай. Улар үҙҙәрен урында наркотиктар әйләнешен контролдә тотҡан «погонлы мафия» менән көрәшкән волонтерҙар» тип атай.
Шуға ла был сетерекле енәйәт эшен присяжныйҙар судында ҡарарға ниәтләйҙәр. Тик «волонтерҙар»ҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа бирерлек кешеләрҙе табыуы бик ауыр. Бер кемдең дә бындай әҙәмдәр менән бәйләнгеһе килмәй. Шунлыҡтан «партизандар» айҙар буйы суд йыйылғанын «көтөргә мәжбүр».

Вируслы инфекция

Төркиәнең Белек ҡалаһындағы билдәле бер отелдә урындағы халыҡ бик йәшерергә тырышҡан инфекция ҡотора.
Һәр хәлдә, Рәсәйҙән ял итергә барған туристар был отелдә кешеләрҙең, бигерәк тә кескәй балалар­ҙың тәндәренә сабыртма сығып, температураһы күтәрелеүе хаҡында хәбәр итә.
Был хәл тураһында беҙҙең илдән ял итергә барған турист ҡатын киң матбуғат сараларына еткергән. Шуның өсөн уны кескәй балаһы менән отелдән ҡыуып сығарғандар һәм хатта ялған мәғлүмәт таратыуҙа ғәйепләгәндәр. Әле был ваҡиғаларҙы тикшереү бара.

Ниһайәт!

Рәсәйҙән тәрбиәгә алынған балаларҙы интектергән Америка граждандары тураһында күптән һөйләйҙәр ине.
Йәмғиәтте бындай енәйәттәр ҡылған кешеләрҙең яуапҡа тарттырылмауы факттары сығырынан сығарҙы.
Һәм бына, ниһайәт, океан аръяғында һигеҙ йыл буйы балаларҙы туҡмаған, эт ояһында йәшәткән, сисендереп, ҡар өҫтөндә тотҡан ғаиләне яуап­ҡа тарттыралар. Улар беҙҙең илдән өс малай менән өс ҡыҙҙы тәрбиәгә алған булған. Вәхшиҙәр балаларҙың күҙҙәренә газ баллонынан һиптереп тә интектергән. Енәйәтселәрҙең ҡылыҡтарын күршеләре күреп, полицияға мөрәжәғәт иткән.
Ир менән ҡатынды кәмендә 60-ар йылға төрмәгә ултыртасаҡтар. Әлегә кескәйҙәрҙең күбеһе бөтөнләй һөйләшеүҙән баш тарта, улар ныҡ ҡурҡҡан.

Нефть кәрәкмәй, һарыҡ аҫрай

Мәскәүҙең элекке башлығы Юрий Лужков нефть химияһы компанияһын етәкләйәсәк тип күҙаллана ине.
Тик Лужков, малсылыҡ менән шөғөлләнеп, һарыҡ үрсетергә йыйыныуы хаҡында хәбәр итте. Ул 5 мең баш мал аҫрарға йыйына. Элекке башлыҡ һарыҡтарҙы байыу өсөн түгел, күңел өсөн генә үрсетәсәк.

Л. СОЛТАНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға