«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Президент Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында булды



10.07.2012 Президент Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйында булды

7 июлдә Силәбе өлкәһенең Дубровка ауылында Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы үтте. Милли байрамда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Федераль һабантуй тәүге тапҡыр Көньяҡ Урал төбәктәре халҡын йыйҙы.
Уның тантаналы өлөшө делегациялар парады, рәсми кешеләрҙең тәбрикләү һүҙҙәренән һәм Силәбе өлкәһенең ауыл хужалығы алдынғыларын ҡотлауҙан башланды.
Артабан һабан байрамын Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының, Силәбе өлкәһенең профессиональ һәм үҙешмәкәр артистары әҙерләгән концерт дауам итте. Майҙанда традицион халыҡ уйындары буйынса ярыштар, ижади конкурстар ойошторолдо.
Армспорт, гер спорты буйынса көс һынашыу, ат сабыштары ла бик мауыҡтырғыс булды.
Бөтә Рәсәй ауыл һабантуйы программаһының мотлаҡ өлөшө булған көрәш иһә иң яҡшы көрәшселәр – донъя һәм Рәсәй чемпиондарының күрһәтмә сығыштары менән башланып китте.
Һабантуй һуңында билбау көрәшендә еңеүселәр бүләкләнде, «Һабантуйҙағы иң яҡшы тирмә» һәм «Иң яҡшы милли кухня» конкурстарына йомғаҡ яһалды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға