10.07.2012 Социаль ашханаға ихтыяж ҙур
6 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов былтыр апрелдә Өфөнөң Киров районында асылған социаль ашхананы барып күрҙе. Ул килгән ваҡытта 60-ҡа яҡын кеше – башлыса, балалары менән әсәләр төшкө аш ашай ине.
Республика башлығына һөйләүҙәренсә, социаль йәһәттән яҡланмаған граждандар – инвалидтар, күп балалы әсәләр, аҙ тәьмин ителгән һәм тулы булмаған ғаиләләр, ауыр хәлдә ҡалған һәм даими йәшәү урыны булмаған граждандар социаль ашхана хеҙмәтенән файҙалана ала.
Барыһына ла аштарының тәмле булыуын теләп, Рөстәм Хәмитов ашхана эшмәкәрлеге, ризыҡтарҙың һәм хеҙмәтләндереүҙең сифаты, ассортимент тураһында һорашты.
– Бик тәмле ашаталар, һәр ваҡыт аш-һыуҙы төрләндереп торалар. Бөгөн, мәҫәлән, борщ, гуляш менән ҡарабойҙай бутҡаһы, помидорҙан салат, емеш-еләк, компот тәҡдим ителә. Балалар туңдырмаға шатлана, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты күп балалы әсә Гөлнара Бакирова.
Иптәше менән ул алты бала – биш ҡыҙ, бер малай тәрбиәләй. Олоһона – 18, кинйәһенә – ике йәш. Күп балалы әсәнең һаман «Әсәлек даны» миҙалы менән наградланмауын ишеткәс, Президент Бакировтар ғаиләһен Республика йортона саҡырҙы.
– Миҙалды һеҙгә шәхсән үҙем тапшырам, – тине Рөстәм Хәмитов.
Ошондай йәмәғәт туҡланыуы учреждениелары тураһында һөйләшкәндә, Башҡортостан башлығына Өфөлә бөгөн ни бары ике социаль ашхана эшләүе тураһында әйттеләр: икенсеһе Черниковканың ҡулса урамында урынлашҡан, былтыр июндә асылған. Ике ашхана ла Өфөнөң мәктәп һәм балалар туҡланыу комбинаты филиалдары нигеҙендә эшләй. Ял һәм байрам көндәренән башҡа, көн әйләнәһенә бында яҡынса 60-лаған кеше туҡлана. Бынан тыш, граждандар өсөн психологтар һәм юристар консультацияһы ла ойошторолған.
БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, ошондай уҡ ашханалар Благовещен, Көйөргәҙе, Иглин һәм Туймазы райондарында ла булдырылған.
– Был тәжрибәне бүтән район һәм ҡалаларҙа ла таратасаҡбыҙ, – тип вәғәҙә итте ведомство башлығы.
– Бындай ашханалар республиканың һәр районында һәм ҡалаһында булырға тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.
Президент персоналға күсә барыусы график буйынса эшләргә тәҡдим итте, был осраҡта ашханалар ял һәм байрам көндәрендә лә асыҡ буласаҡ. Асылғанынан алып ашхана хеҙмәтенән 600 кеше файҙаланған: былтыр апрелдән алып 360 кеше ашханаға йөрөһә, быйыл ул 240 кешене хеҙмәтләндерә. Әммә Президент менән әңгәмә барышында асыҡланыуынса, ашханаларға ихтыяж күпкә ҙур. Бөгөн уларға бер нисә мең кеше мохтаж. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов әйтеүенсә, баш ҡалала аҙ тәьмин ителгән 22 мең ғаилә йәшәй, шуларҙың 1,5 меңе мохтажлыҡ кисерә. Ашхананан һуң Рөстәм Хәмитов яҡындағы универсамға инеп сыҡты, унда урындағы тауарҙар ассортименты менән танышты. Президент урында етештерелгән продукттарға өҫтөнлөк бирергә саҡырҙы.