03.07.2012 Донъя яңылыҡтары
Үәт, исмаһам, күпер!
РФ Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев оҙайлы эш сәфәре менән Алыҫ Көнсығышта йөрөй.
Унда ул урындағы социаль-иҡтисади үҫеш дәүләт комиссияһы менән ултырыш үткәрә һәм башҡа мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнә.
Эш сәфәре барышында Алыҫ Көнсығышта оҙонлоғо 1104 метр булған күпер асылған. Босфор боғаҙы аша һалынған был күпер Русский утрауы менән тоташтыра. Был күпер – оҙонлоғо һәм ҡеүәте буйынса донъяла тиңе булмаған объект. Ул яҡын киләсәктә Алыҫ Көнсығыштың визит картаһына әйләнер тип көтөлә.
Япондар исрафтан һаҡлана
Япония халҡы йәйгеһен электр энергияһын айырыуса һаҡсыл ҡулланырға ҡарар иткән.
Был − "Фукусима − 1" станцияһындағы авариянан һуң мәжбүри ҡабул ителгән ҡарар. Сөнки фажиғә арҡаһында Японияла әле бөтә атом станциялары ла туҡтатылған.
Япондар йәйге эҫелә электр энергияһын бик аҙ ҡулланырға тейеш. Улар ҡулланылмаған ваҡытта төрлө приборҙарҙы розетканан алып торорға, көндөҙ офистарҙа ут яндырмаҫҡа, кондиционерҙарҙың ҡеүәтһеҙҙәрен генә ҡулланырға ниәтләй. Япония урамдарында кисен тышҡы рекламалар һүндереп ҡуйыласаҡ. Япондар – бик тәртипле һәм сабыр халыҡ. Шуға ла урындағы власть вәкилдәре яңы ҡағиҙәләрҙең тулыһынса үтәләсәгенә ышаныуын хәбәр иткән.
Мексика башлыҡ һайланы
Мексикала яңы ил башлығын һайланылар.
Күп сәйәсмәндәр был кампанияны ығы-зығы менән уҙыр тип хәүефләнә ине.
Шулай ҙа һайлау тыныс ҡына үтеп китте. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, Мексика Президенты вазифаһын оппозиционер Пенья Ньето биләйәсәк. Сөнки уға тауыш биреүселәр бик күп. Бынан тыш, күңелле халҡы һәм матур тәбиғәте менән билдәле булған был илдә губернаторҙар, мэрҙар һәм депутаттар ҙа һайланды.
Сүриә дуҫтарын йыйҙы
Кисә ҡаһирә ҡалаһында Сүриә оппозицияһының киңәйтелгән конференцияһы башланды.
Сүриә башлығы Бәшәр Асад режимына ҡаршы булғандарҙы туплаған был сараға сит ил вәкилдәре лә саҡырылған. Конференция бөгөн тамамлана.
Ил оппозицияһына ярҙам итеү өсөн Төркиә, Тунис, Ираҡ, Кувейт, Францияның сит ил эштәре министрҙары килгән. Бынан тыш, Бөйөк Британия, ҡытай, Рәсәй, Америка вәкилдәренә лә саҡырыу ебәрелгән. Конференция барышында илдәге граждандар һуғышы буйынса һөйләшеүҙәр булыр һәм киләсәккә пландар ҡоролор тип күҙаллана.
Л. СОЛТАНОВА әҙерләне.