«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Һиндостан менән бәйләнештәр нығый



03.07.2012 Һиндостан менән бәйләнештәр нығый

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Һиндостандың Hindustan Aeronautics Limited (HAL) авиатөҙөлөш компанияһы идараһы рәйесе Равиндра Тьяги етәкселегендә килгән корпорация вәкилдәре менән осрашты.
Республика Президентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙа «Обо­ронпром» берләштерелгән сәнәғәт корпорацияһының генераль директорының Һиндостан менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса урынбаҫары Игорь Чечиков, «Берләш­терелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы» идара компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идарасы директоры Дмитрий Колодяжный, «Рос­оборонэкспорт» асыҡ акционер­ҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Алек­сандр Михеев, «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционер­ҙар йәмғиәтенең идарасы директоры Александр Артюхов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Авиатөҙөлөш өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү, һинд корпорацияһы менән Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең берлектәге проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре, шулай уҡ артабан хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде. Бынан тыш, Башҡортостан менән Һиндостан араһында иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе киңәйтеү кәрәклеге тураһында ла һүҙ алып барылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға