03.07.2012 Быйыл 850 йәш ғаилә өй туйлаясаҡ
БР Хөкүмәте ҡарамағындағы ведомство-ара комиссияның йәштәр сәйәсәтенә арналған сираттағы ултырышы үтте. Унда төрлө ведомство-министрлыҡтар вәкилдәре йәштәр сәйәсәте, йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү, йәштәр, балалар ойошмаларының эше, йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев белдереүенсә, эшҡыуарҙарҙың йәш быуыны финанс мәсьәләләрен хәл итеүҙә әүҙем булыуы менән айырылып тора. Шул уҡ ваҡытта уларҙың үҙ эштәрен асып ебәреү өсөн старт капиталы булмауы, эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге белемдәренең һайлығы күп эштәрен тотҡарлай. Комитет был проблемаларҙы хәл итеү өсөн «Йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү» программаһын киң йәйелдермәксе. Былтыр программа сараларында 2000 кеше ҡатнашҡан, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 80 субъекты булдырылған, эшҡыуарлыҡ курсы буйынса 600 кеше уҡыған. Яҡын киләсәктә эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен уҡытыу буйынса Өфөлә бизнес-инкубатор булдырыу күҙаллана.
Йәштәр һәм балалар ойошмаларының эшен йәнләндереү − БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Министр Андрей Иванютаның сығышынан күренеүенсә, 14 йәштән 30 йәшкә тиклемгеләрҙең тик 20 проценты ғына төрлө йәштәр ойошмаларының ағзалары булып тора. Тейешле финанс сараларының булмауы, ойошмалағы кадрҙарҙың йыш алмашыныуы, мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыу сәбәбе менән балалар ойошмалары өсөн яуаплы кешеләрҙең штаты бөтөрөлөүе йәш быуынды бергә туплау мәсьәләһен ауырлаштыра.
Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә киҫкен ҡала. Бөгөн республикала 26122 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратта тора. Быйыл 850 ғаилә торлаҡлы буласаҡ, 650 йәш ғаиләгә торлаҡ һатып алыуға килешеү буйынса икенсе бала тыуыуға социаль түләүҙәр биреләсәк. БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов әйтеүенсә, әгәр ҙә йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү бындай темптар менән барһа, был проблема тағы 20 йылға һуҙыласаҡ.
Быйыл федераль һәм республика бюджетынан 62 миллион һум аҡса йәш уҡытыусыларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бүленгән. Был сумма 300 йәш уҡытыусыға өй туйлау мөмкинлеген бирәсәк. Шулай уҡ быйыл ауыл ерендә йәшәүсе йәш ғаиләләрҙең һәм йәш белгестәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 355 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ауыл хужалығында, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе 163 ғаилә социаль түләүҙәр аласаҡ. Әлеге ваҡытта «Ауылды социаль үҫтереү» программаһы буйынса 1800 йәш ғаилә сиратта тора. Күп райондар район үҙәгендә тотош йәштәр ҡасабалары булдырып, был йәһәттән матур үрнәк күрһәтә. Ведомство-ара комиссиялағы сығыштарҙан күренеүенсә, йәштәр сәйәсәте өлкәһендә хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Уларҙы йырып сығырға финанс сығымдарының аҙ бүленеүе, йәштәрҙең үҙҙәренең һәр башланғыста әүҙем позицияла булмауы ғына ҡамасаулай.