«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бизнесҡа – «йәшел ут»!



17.08.2010 Бизнесҡа – «йәшел ут»!

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика предприятиелары етәкселәре менән осрашыуын «Беҙҙең төп бурысыбыҙ – республика бизнес-ойошмаларының һәр береһенә үҫеш өсөн тигеҙ шарттар булдырыу», – тигән һүҙҙәр менән башланы. Осрашыуҙа шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров, БР сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Роберт Ваһапов, БР иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов ҡатнашты.
– Яңы формалаштырылған Хөкүмәт бизнес үҫешенә яҡшы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Эшҡыуарҙарҙы өҫтәмә йөкләмәләрҙән азат итеү, административ ҡаршылыҡтарҙан ҡотолдороу кәрәк. Предприятие директоры кимәленә тиклем күтәрелгән аҡыллы, белемле, оҫта етәкселәр уларҙан тыш та дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итә ала, ситтән баҫым яһап тотҡарлау ярамай, – тине Рөстәм Хәмитов.
Шулай уҡ республика бюджетына бизнес предприятиелары эшмәкәрлеге килтергән һалым килеме күләменең ҡыҫҡарыуына юл ҡуйылмаҫҡа тейешлеген дә әйтеп үтте республика башлығы.
Президент әйтеүенсә, республика етәкселеге эшҡыуарҙарға бөгөндән ярҙам итергә әҙер. Шәхси-дәүләт партнерлығы, хоҡуҡи-норматив акттарҙы еңелләштереү кеүек юлдар ҙа ҡараласаҡ. «Беҙҙең өсөн һеҙҙең бизнес­ты Башҡортостан Республикаһы территорияһында һаҡлап ҡалыу мөһим. Һеҙҙең эшмәкәрлек үҫешкән һайын республикала эш урындары артасаҡ, өҫтәмә ресурстар, яңы производстволар буласаҡ», – тине Рөстәм Зәки улы.
«Түңәрәк өҫтәл» рәүешендә ойошторолған һөйләшеүҙә һәр кем үҙ фекерен еткерә алды. Сығыш яһаусылар ер-милек мөнәсәбәттәрен көйләүҙә административ регламент булдырыу, эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамын арттырыу, кредит алыу процесын яйға һалыу мәсьәләләрен күтәр­ҙе. ҡайһы бер предприятие етәкселәре әҙер бизнес-проекттары менән дә таныштырҙы.
Ике сәғәттән ашыу барған һөйләшеүҙән һуң БР Президенты Рөстәм Хәмитов журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе һәм тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Бик конструктив һөйләшеү булды тип иҫәпләйем. Бөгөн бизнес республика иҡтисадының ҙур өлөшөн биләй. Шуға күрә был өлкәне үҫтереү, ҡаршылыҡтарҙы юҡҡа сығарыу мөһим. Ә бизнес үҫешһә, бюджетҡа һәм республикаға аҡса килә, тимәк, халыҡ яҡшыраҡ йәшәй тигән һүҙ. Мин республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн бөтә көсөмдө һаласаҡмын, – тине Президент.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға