29.06.2012 Өс һөйләм менән
Өфө районының Михайловка ауылы янында «Дуҫлыҡ» лагерында поляк лингвистик сменаһы асылды. 10 – 15 йәшлек 20 үҫмер А. Пенькевич исемендәге Милли поляк йәкшәмбе мәктәбе уҡытыусылары менән ике аҙна дауамында ял итеп, йыл буйы алған белемдәрен нығытасаҡ. Уҡыусыларҙы «Мажаралар йылғаһы» тип аталған ҡыҙыҡлы смена көтә.
Башҡортостандағы берҙән-бер терегөмөшлө изделиелар ҡабул итеүсе күсмә пункт – экомобиль ярҙамында 2012 йыл башынан алып республика халҡынан 5600-ҙән ашыу энергия һаҡлаусы иҫке лампа йыйылған. Дыуан районының Мәсәғүт ауылында үткән тәбиғәтте һаҡлау акцияһы сиктәрендә «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының экомобиле ауыл халҡынан өс меңгә яҡын люминесцент, энергия һаҡлаусы лампа йыйып алған. Терегөмөшлө лампалар Стәрлетамаҡтағы хәүефле ҡалдыҡтарҙы утилләштереү участкаһына тапшырыласаҡ.
«Рәсәй − 2» телеканалы Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында документаль фильм төшөрәсәк. 1 июлдән 10 июлгә тиклем «Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы» медиахолдингы журналистары Бөрйән районында буласаҡ. Фильмды «Рәсәй – 2» һәм «Минең планетам» каналдарында күрһәтәсәктәр.
Башҡортостанда, ҡурҡыныс инфекция таратыусылар булараҡ, ҡырағай ҡабандар миграцияһын контролдә тоталар. Һунарсылыҡ миҙгеле башланғандан алып республикала уларҙың 1397-һе атып алынған. Башҡортостандың Ветеринария идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы йылдың лимиты – 3771 ҡабан.
Башҡорт дәүләт университеты йәш ғалимдарҙы Бөтә Рәсәй конференцияһына йыясаҡ. Вуздың матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, форум сентябргә планлаштырылған. Проекттың ғилми етәксеһе – химия факультеты деканы Марина Базунова.
2012 йылда һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөү һәм төҙөкләндереү өсөн республика бюджетынан бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Республика маҡсатлы программаһына ярашлы, Октябрьский ҡалаһында 2-се ҡала дауаханаһының перинаталь үҙәгендә 80 урынлыҡ акушер корпусы төҙөлә. Октябрьский бала табыу йорто, ҡаланан тыш, Шаран, Туймазы, Йәрмәкәй, Баҡалы, Бишбүләк райондары халҡын хеҙмәтләндерә.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.