«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бер юлы − ун закон проекты



29.06.2012 Бер юлы − ун закон проекты

Өфөлә БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың 53-сө ултырышы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Ултырыштың көн тәртибендә – 2011 йылда ауыл хужалығын үҫтереү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу, уның һөҙөмтәләре һәм ауыл хужалығы продукцияһы баҙарын көйләү тураһында Баш­ҡортостан Хөкүмәте отчеты. Депу­таттар 40-ҡа яҡын закон проектын ҡараны. 24 закон проектының закон статусына эйә булыуы күҙаллана. Улар араһында – «Баш­ҡортостан Рес­публикаһының Адми­нистратив хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында», «Башҡо­ртостан Республикаһында торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт менән тәьмин итеүгә граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү тураһында», «Баш­ҡортостан Рес­публикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проекттары бар.
Закон сығарыусылар тәү тапҡыр ун закон инициативаһын ҡарай. Улар – Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ статусы тураһында, Башҡортостан Республикаһында муниципаль хеҙмәт тураһында, БР муниципаль район һәм ҡала округтары бюджетына айырым һалымдарҙан иҫәпләүҙәрҙең берҙәм нормативын булдырыуға, Башҡортостан Респуб­ликаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы республика закондарына үҙгәрештәр индереүсе закон проекттары. Бынан тыш, беренсе тапҡыр Башҡортостан Респуб­ликаһында халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү тураһында закон проекты, БР-ҙың Экология кодексына, БР-ҙың Ғаилә кодексына, БР-ҙың һалымдар тураһында айырым закон акттарына, шулай уҡ балалары булған ғаиләләрҙе социаль яҡлау өлкәһендәге закон акттарына үҙгәрештәр индереү хаҡында фекер алышты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға