29.06.2012 Ике төбәк араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләһе ҡаралды
26 июндә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Чехияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Петр Коллаж етәкселегендәге Чехия Республикаһы делегацияһы менән осрашты.
– Чехия Республикаһы менән хеҙмәттәшлек итеү Башҡортостан өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Беҙ һәр ваҡыт был илдең матурлығы, халҡының күркәм сифаттары хаҡында һоҡланып һөйләйбеҙ, – тине Президент Рөстәм Хәмитов, һуңғы йылдарҙа республикала ике-ара мөнәсәбәттәрҙең үҫеше өсөн күп эш башҡарылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып.
Осрашыуҙа Чехияның Башҡортостандың иң ҙур тышҡы сауҙа партнерҙарының береһе булыуы билдәләнде. Былтыр ике республика предприятиелары араһындағы сауҙа әйләнеше күләме миллиард долларҙан ашыу тәшкил иткән.
– Шуның 99 проценты – Башҡортостандан Чехияға оҙатылған нефть һәм нефть продукттары, ә ике процентынан әҙерәге республикаға килгән Чехия тауарҙарына тура килә, – тине Башҡортостан етәксеһе, бәйләнештәрҙе киңәйтеү зарурлығына баҫым яһап.
Ыңғай миҫалдарҙан Өфө менән Прага араһында даими авиарейстарҙың булдырылыуы билдәләнде. Прагаға тәүге тура рейстар 2012 йылдың мартында башлана, бөгөн иһә Өфөлә «Чехия авиалиниялары» компанияһының вәкиллеге асылды.