26.06.2012 Хәйриә ойошмалары һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар үҫтереләсәк
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәйриә эшмәкәрлеге һәм социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам мәсьәләләре буйынса Республика советы ултырышын үткәрҙе. Унда волонтерҙар хәрәкәтенә ярҙам итеү кәрәклеге һәм муниципалитеттарҙа хәйриә эшмәкәрлеге буйынса советтар эше тураһында һүҙ барҙы.
– Республика Хөкүмәте хәйриә ойошмаларына дәүләт ярҙамы сараларын күҙ уңында тотҡан хәйриә һәм хәйриә эшмәкәрлеге тураһындағы закон проектын әҙерләне. Социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа үҫеш ала: әле социаль йүнәлешле 126 коммерцияға ҡарамаған ойошманың 40-ына ошондай ярҙам күрһәтелде лә инде, – тине Рөстәм Хәмитов.
БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтайҙың Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Альбина Буранғолова әйтеүенсә, әлеге ваҡытта социаль йүнәлешле коммерцияға нигеҙләнмәгән ойошмаларҙы яҡлау тураһындағы закон проекты әҙерләнгән. Уға ярашлы, ойошмаларға дәүләт тарафынан финанс, милек, мәғлүмәти һәм консультацион-методик яҡтан, һалым ташламалары яһау кеүек ярҙам күрһәтеләсәк.
– Бөтә муниципалитеттарҙа ла Хәйриә эшмәкәрлеге буйынса советтар ойошторолоп, улар эшләй башлаһын өсөн тағы ике ай ваҡыт бирәбеҙ, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Хәйриә, йәмәғәт, социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға социаль әһәмиәтле проекттарға ярҙам күрһәтеү буйынса төбәк, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар һәм гранттар үткәрелеүе тураһында мәғлүмәт биреү эшен яйға һалырға кәрәк.
Ул йәнә социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға финанс ярҙамы күрһәтеү буйынса тәҡдимдәр индереү кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.