26.06.2012 Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составы билдәләнде
2008 йылдың 26 июнендә формалаштырылған Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының вәкәләттәренең ваҡыты үтеү сәбәпле, республика Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составы булдырылды.
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 71-се статьяһына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы һәм БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай ҡарары менән 12 кешенән торған БР Үҙәк һайлау комиссияһы һайланды. Республика Үҙәк һайлау комиссияһының ағзалары итеп Нәйлә Алтынова, Хәйҙәр Вәлиев, Рифҡәт Гарданов, Сергей Каменев, Ришат Лоҡманов, Руслан Ямалетдинов, Рөстәм Бикмәтов, Валерий Гета, Марина Долматова, Илдар Кәримов, Альберт Хаживәлиев, Урал Хәсәнов тәғәйенләнде. Ошо составта БР Үҙәк һайлау комиссияһы биш йыл эшләйәсәк. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында бер тауыштан БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһына һайлау комиссияһының әлеге рәйесе Хәйҙәр Вәлиевтың кандидатураһын тәҡдим итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде.