«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан – әүлиәләр иле



22.06.2012 Башҡортостан – әүлиәләр иле

Халҡыбыҙҙың 120-нән ашыу әүлиәһе, изгеһе билдәле

ЙӘҒӘФӘР ИШАН

2009 йылда Ауырғазы районының ҡорманай ауылында йәшәүсе Флүрә Исмәғил ҡыҙы Абдрахманованан (1951 йылғы) яҙып алынды.
− Йәғәфәр ишан хәҙерге Шишмә районының Сәфәр ауылында тыуған. Нисәнсе йылда тыуғанлығы билдәһеҙ. Тәүҙә Бохарала, унан һуң ҡабулда белем ала. Уны хөрмәтләп “Сәйет” (әфәнде) тип йөрөтәләр, ул әүлиә булған, бик күп кирәмәте билдәле. Мәҫәлән, бер ваҡыт, Йәғәфәр ишан хажға бара һәм унда ауырып китеп, иптәштәренән тороп ҡала, бер ай ауырып ятҡас ҡына ҡайта. Ә иптәштәре ҡайтыуына был инде күптән ҡайтып еткән була.
Япар-Йәнбәк ауылында йәшәй һәм шунан алыҫ түгел ерләнгән. Ул 1831 йылда вафат була. 1914 йылда уның ҡәберен Ризаитдин Фәхретдинов, Мәскәүҙән тимер рәшәткә эшләтеп алып ҡайтып, кәртәләтеп ҡуя. Бөгөн уның ҡәберенә бик күп кеше килеп йөрөй. Зыяратынан алыҫ түгел, аҫтараҡ уның атының тояғы батҡан ерҙә һыу сыҡҡан була, ул уны ҡаҙып, таҙартып ҡуя. Хәҙер уны “Йәғәфәр ишан шишмәһе” тип атап, халыҡ һыуын килеп алып йөрөй.

Йәғәфәр ишандың ҡәбере Ауырғазы районы менән Дәүләкән райондары сигендә, Япар-Йәнбәк ауылы эргәһендә урынлашҡан.

ӘСӘН-СУФА ӘҮЛИӘ

2010 йылда Учалы районының Әүеш ауылында йәшәүсе Фәнүр Фәнит улы Шаһиевтан (1972 йылғы) яҙып алынды.

Беҙҙең Һәйтәк ауылы эргәһендә дүрт тауҙа дүрт әүлиә күмелгән, тип элек-электән әйтәләр. Берәүһенең исеме лә билдәле. Ул – Әсән-суфан. Борон йәшәгән әүлиә, тип әйтәләр. Суфан – ул суфый тигәндән. Уның тураһында легендалар ҙа бар. Көтөүселәр һөйләй. Көтөү көткәндә, таң менән йөрөгәндә, ҡәберлектән ап-аҡ кейемле бер бабай килеп сыға, ап-аҡ һаҡаллы, ап-аҡ сәлләле. ҡулында һәр ваҡыт ҡомған була. ҡомғанынан тамған тамсылары ялтлап ята, ти. Шишмә буйынан килеп сыға ла, яңынан шул буйға инеп китә, икән.
Уны Әҡсән Кәримов (1919 йылғы, ҡәртнәйемдең ҡустыһы) үҙем күрҙем, тип әйткән апаһы Шаһиева Миңлесәғиҙәгә (1910 йылғы). ҡәртнәйем миңә һөйләне.
Тағы ла бер нисә көтөүсе шулай күрҙек, тип әйткән. Кемдәр күрә, бөтәһе лә шулай аҡ кейемле, тип һөйләй.
Шунан, бер әбейҙең һөйләүе буйынса, ул әбей ҡыҙыҡ өсөн ышанмайынса көлөргә иткән. Шул әүлиә шишмәһе янында йөрөгәндә, һынап ҡарамаҡ өсөн кесе ярау итергә булған. Уны ниндәйҙер көс ситкә алып ырғытҡан, тип әйтәләр. Шунан ул ҡурҡып ҡайтып киткән. Шул “Әүлиә шишмәһе” әле лә бар, Соҡораҡ тигән ерҙә. Ул шишмә йыл буйы аға, һыуы тәмле. Тик һуңғы йылда ул ер һаҙланып бөткән.
Һәйтәк эргәһендәге тауҙарҙа әүлиәләр ерләнгән: шул Әсәнсуфа тауында, ҡандыбил тауында, Эндетүбәлә, Мурыҡ тауында, Яңғыҙтүбәлә. Яңғыҙтүбәлә түгел, Ахун тауында ла, тиҙәр. Шуның өсөн ҡайһы берәүҙәр бәлә-ҡазалар Һәйтәкте урап үтә, тип”.

УАУ ДИУАНА

2010 йылда Учалы районының Әүеш ауылында йәшәүсе Фәнүр Фәнит улы Шаһиевтан (1972 йылғы) яҙып алынды.

Әүеш тауының башында ҡәберҙәр бар. Рамаҙан әүлиә ҡәберенән аҫтараҡ Ялсығол яғына киткәндә Уау диуана күмелгән, тиҙәр. Ул 1800 йылдар башында йәшәгән. Ысын исеме Вәхит булған. Ул күрәҙәсе, бик хикмәтле кеше булған. Кеше нимә уйлай, шуны белеп торған, әйткән. Зәйнулла ишандың тыуыуын да ул алдан әйткән. Зәйнулла ишандың инәһенә шулай тигән: “Килен, ҡорһағыңда ишан булырлыҡ бала ята”, – тигән. Аҙаҡ, ысынлап та, Зәйнулла ишан тыуған.

Ошо, халҡыбыҙ гәүһәрҙәре – изгеләребеҙ хаҡында хәтерләгән һәм миңә бәйән иткән әбей-бабайҙарға оло рәхмәтемде һәм сәләмемде еткерәм. Аллаһы Тәғәлә барығыҙҙан да риза булһын!

Фәнирә ҒАЙСИНА,
Тарих, тел һәм әҙәбиәт
институтының фольклористика бүлеге хеҙмәткәре.
Автор фотолары.


(Аҙағы. Башы 31, 33, 34, 36, 38, 40, 42, 44-се һандарҙа).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға