«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Президент Еuromoney вәкилдәре менән осрашты



22.06.2012 Президент Еuromoney вәкилдәре менән осрашты

Санкт-Петербургҡа эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Прези­денты Рөстәм Хәмитов Euromoney компанияһының идара итеүсе директоры Нил Осборн һәм ойошманың Рәсәй һәм БДБ илдәре буйынса генераль вәкиле Александр Король менән осрашты.
Осрашыуҙа хеҙмәттәшлек итеү һәм берлектәге проекттарҙы тормош­ҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде. Euromoney нәшриәт төркөмө – финанс донъяһы эшмәкәрлеген яҡтыртҡан Европа­лағы ҙур компанияларҙың береһе. Бынан тыш, ойошманың Euromoney Conferences бүлексәһе лә бар, ул финанс-иҡтисади темаларға халыҡ-ара конференциялар һәм форумдар үткәреү менән шөғөлләнә. Euromoney Conferences Көнбайыш һәм Көнсығыш Европалағы, Яҡын Көнсығыш һәм Көньяҡ Америкалағы хөкүмәттәр менән эшләй. Йыл һайын донъяның 60 илендә 50-гә яҡын конференция һәм форум үткәрә, уларҙа 18 меңдән ашыу делегат ҡатнаша.
Осрашыуҙа Башҡортостан Прези­денты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов һәм БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин ҡатнашты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға