«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Элемтә үҫешә



22.06.2012 Элемтә үҫешә

Санкт-Петербургҡа сәфәре барышында БР Президенты Рөстәм Хәмитов РФ элемтә һәм киң коммуникациялар министры Николай Никифиров менән осрашты.
Осрашыу барышында республикабыҙҙағы телекоммуникацияларҙы үҫтереү, электрон хеҙмәттәр күрһәтеү, шулай уҡ «ҡурай» юғары технологиялар паркын булдырыу мәсьәләләре тикшерелде. Республика башлығы уны төҙөү өсөн бина бүленеүе һәм профилле инвесторҙар табылыуы тураһында һөйләне. Осрашыуҙа шулай уҡ БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов менән БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов та ҡатнашты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға