22.06.2012 Хеҙмәттәшлеккә юл асылды
20 июндә Санкт-Петербургта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Lotte Group компанияһының директорҙар советы рәйесе Шин Донг Бин менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе.
Осрашыу барышында үҙ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре һәм Башҡортостанда Көньяҡ Корея конгломератының инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов республикала ижтимағи-сәйәси хәлдең тотороҡло булыуын, инвесторҙар өсөн һалымдар буйынса ташламалар булдырылыуын һәм Көньяҡ Корея эшҡыуарҙары менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү миҫалдары барлығын билдәләне.
– Беҙ Lotte Group компанияһы менән эшләргә теләр инек һәм үҙебеҙҙең яҡтан мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырырға әҙербеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Шин Донг Бин Башҡортостан Президентына үҙе етәкселек иткән компаниялар төркөмө хаҡында һөйләне, Lotte Group компанияһының килем күләме буйынса Көньяҡ Кореяла бишенсе урын биләүе хаҡында әйтте. 2011 йылда был күләм 65 миллиард доллар тәшкил иткән.
Уның һүҙҙәренсә, компания Мәскәүҙә ҡунаҡханалар һәм сауҙа үҙәктәре төҙөгән, Калуга өлкәһендә фабрика асҡан, Приморье крайының агросәнәғәт комплексына инвестициялар һала. Яҡын арала компания Татарстанда инвестиция проектын тормошҡа ашырырға планлаштыра.