«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Был аҙнала беҙҙе...



02.10.2010 Был аҙнала беҙҙе...

...ҡурҡытты
30 сентябрҙә Ставрополдә бер юлы тиерлек ике шартлатҡыс табылды. Шөкөр, уларҙы тиҙ арала зарарһыҙландырҙылар. Шартлатҡыстар­ҙың икеһенең бергә иҫәпләнгән ауырлығы 90 килограм­ға етә. Енәйәтселәр уны мәктәпкә яҡын ғына ергә ҡуйған.
Теракт ойошторорға маташыусылар шартлатҡысты бер кешенең үле кәүҙәһенә бәйләп, машинаның багажнигына урынлаштырған. Хәҙер асыҡланыуынса, үлтерелгән кеше таксист булып эшләгән, шартлатҡыс һалынған машина ла уныҡы.
Бандиттар, уны атып үлтереп, кәүҙәһен, машинаһын террор ойоштороу өсөн ҡулланған, тигән версия тикшерелә.
Шул тиклем ҙур ауырлыҡтағы шарт­латҡыстарҙың нисә кешенең ғүмерен өҙә алыуын күҙ алдына килтереүе лә ауыр.

...ҡыуандырҙы
Рәсәйҙә 1 октябрҙән аҡса алмаштырыу пункттары бөтөрөлдө. Хәҙер аҡсаны бер валютанан икенсеһенә бары тик банкыларҙа ғына алмаштырырға мөмкин. Юҡһа төрлө кредит ойошмалары, уларҙың филиалдары йәки башҡа пункттар аҡсаны үҙҙәре теләгән курс менән рәхәтләнеп алмаштыра, халыҡты «төп башына ултырта» ине. Власть вәкилдәрен бындай ойошмаларҙың эшмәкәрлеге аңлашылып бөтмәүе, уларҙың бухгалтериялары «үтә күренмәле» булмауы хәүефкә һалған.
Рәсәйҙең Үҙәк банкыһы биргән мәғлүмәттәр буйынса, илдә бөтәһе 397 аҡса алмаштырыу пункты иҫәпләнгән. Уларҙың күпселеге Мәскәүҙә эшләгән.

...әрнетте
Американың Мичиган штатында бер ир 14 тапҡыр өйләнгән һәм әле уның күп һанлы ҡатындарынан 23 балаһы бар. Сабыйҙарҙы йылдан-йыл аҙыраҡ тапҡан илдә шундай әүҙем ирҙәрҙең барлығына ҡыуаныр ғына инек. Тик эш шунда: был ир бөтә ҡатындарын да ташлаған, бер балаһына ла матди ярҙам күрһәтергә йыйынмай. Әле уның алимент түләмәүҙән йыйылған бурысы ярты миллион долларға барып еткән. Етмәһә, был әҙәм аҡсаны барыбер түләргә йыйынмай, шунлыҡтан уны иркенән мәхрүм иткәндәр.
Британияла ла, 14 ҡатынға өйләнеп, 14 сабыйға ата булған ирҙән дә бер кем дә алимент түләтә алмай. Был аҙнала ошондайыраҡ тормош алып барған әллә күпме ир-атты төрмәгә яптылар. Мосолман ҡанундары буйынса йәшәгән илдәрҙә, мәҫәлән, Иранда ирҙәр үҙ балаларына ғына түгел, айырылған ҡатындарына ла мотлаҡ рәүештә алимент түләй.

...Аптыратты
Үткән аҙнала киң матбуғат сараларында иң әүҙем тикшерелгән яңылыҡ – «криминаль авторитет» Аслан Усоянды (уны, башлыса, «дед Хасан» тип йөрөтәләр) үлтерергә маташыуҙары булды. Ил, халыҡ өсөн әллә күпме файҙа килтергән ғалимдар йәки башҡа шәхестәр яҡты донъя менән хушлаш­ҡанда ла был тиклем шау-шыу ҡупмай торғайны. Әле интернет селтәрендә ултырыусылар «закондағы бур», бандиттар кланына ҡараған ойошманың башлығы булған кешенең ғүмеренә ҡул һу­ҙырға маташыуҙарын иҫтәре китеп тикшерә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға