15.06.2012 Торлаҡһыҙҙарға өмөт бирәсәк проект
Башҡортостан эконом-класлы яңы аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө проектын бойомға ашырыуға тотондо. Тейешле килешеү планына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Торлаҡ төҙөлөшө үҫешенә булышлыҡ итеү буйынса федераль фондтың генераль директоры Александр Браверман ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, республикаға арзан һәм уңайлы торлаҡ төҙөүгә федераль милектәге ер участкалары бирелә. ҡаланы перспективалы үҫтереү зонаһынан тәүге 147 гектар Өфөгә тапшырылған да инде.
Хөкүмәттә Өфө районының Ветошников ауылы янында төҙөләсәк беренсе аҙ ҡатлы ҡасаба проектының презентацияһы үтте. Комплекслы төҙөлөш 58,9 гектар майҙанда йәйелдереләсәк. Был участканы ҡуртымға алыуға хоҡуҡты һатыу буйынса аукцион Торлаҡ төҙөлөшө үҫешенә булышлыҡ итеү фонды тарафынан 29 июнгә билдәләнгән. Бер йылдан һуң бында коттедждар төҙөлөшө киң ҡолас алырға тейеш. Ә ике йылдан һуң төҙөүселәр тәүге 344 йортто файҙаланыуға тапшырырға бурыслы. Был майҙаны иң күбендә 150 квадрат метрлыҡ йорттар буласаҡ. Өй менән бергә 10 сутый ер участкаһы ла бирелә.
Биҫтә төҙөлөшөндә мотлаҡ энергия һаҡлау технологиялары ҡулланыласаҡ. Был ресурстар өсөн түләүҙәрҙә ҙур ғына экономия, тигән һүҙ.
Тәүге йорттар менән бергә балалар баҡсаһы, мәктәп һәм сауҙа комплексы төҙөү ҡаралған.
Фондтан бирелгән участкалар инфраструктура менән тәьмин ителәсәк, ошоноң иҫәбенә торлаҡ хаҡы кәмей.
Александр Браверман белдереүенсә, төбәк уңайлы ерҙә урынлашҡан һәм тауар поставкалау араһы ла алыҫ түгел, был инвесторҙарға республикаға килергә мөмкинлек бирә.