«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Мөһим сараны сәйәсиләштерергә кәрәкмәй»



02.10.2010 «Мөһим сараны сәйәсиләштерергә кәрәкмәй»

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға республикалағы әҙерлеккә видеоконференция рәүешендә үткән кәңәшмәлә баһа бирелде.
Был юҫыҡта эш графикка ярашлы бара. Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, ҡайһы бер йүнәлештәр муниципаль власть яғынан иғтибар талап итә. Беренсенән, перепись персоналына шарттар тыуҙырыу мотлаҡ. Республикала 631 иҫәп алыу, 2,5 мең инструктор, 10 мең төп, ике мең стационар участка эшләйәсәк. Тәғәйен биналар элемтә, һаҡ, янғын һүндереү ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Әммә был хеҙмәттәр өсөн хоҡуҡи килешеүҙәр бөтә муниципаль берәмектәрҙә лә төҙөлмәгән. Икенсенән, адрестарҙы иғтибарлап ҡарап сығыу ҙа талап ителә. Сөнки һуңғы 2,5 йыл эсендә генә республикала 43 меңдән ашыу урам күрһәткесе, 217 мең йорт номеры алмаштырылған, уларҙың һәммәһе лә тәртипкә килтерелеп бөтмәгән. Перепись көнөнә тиклем инвентаризация үткәреп бөтөү мотлаҡ.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: перепись персоналын 2300-ҙән ашыу эске эштәр хеҙмәткәре һаҡлаясаҡ, бөтә биналар ҙа тикшерелгән һәм һаҡ аҫтына алынған.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, иҫәп алыу ойошҡанлы һәм һөҙөмтәле булырға тейеш.
– Перепистең әһәмиәтен сәйәсиләштерергә кәрәкмәй. Был – техник процедура, статистик сара, шуға ла уға тыныс ҡарауҙы һорайым, – тине республика етәксеһе.
Видеокәңәшмәлә ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Был – рекорд күрһәткес. Тимәк, перепись – киң ҡоласлы сара һәм республикалағы һәр граждан мәнфәғәтенә ҡағыла.

Әйткәндәй
«Башҡортостанстат»та перепись мәсьәләләренә бәйле «ҡыҙыу линия» булдырылғанын хәбәр иткәйнек инде. 20 йәштән етмеш йәшкәсә тиҫтәләрсә кешенән шылтыратыуҙар ҡабул ителгән. Иң киң таралған һорау ошолай: нисек переписчик булырға?
Һеҙ ҙә борсоған һорауығыҙҙы бирә алаһығыҙ. Октябрь айында көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем эшләгән «ҡыҙыу линия»ның телефондары – 8-800-347-11-02. Шылтыратыу бушлай. Ә берҙәм федераль номер – 8-800-200-14-25.

Григорий Рапота Өфөлә булды
«Мөһим сараны сәйәсиләштерергә кәрәкмәй»
Башҡортостанда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота булып, Рәсәй Федерацияһының Волга буйы субъекттары ҡануниәт (вәкәләтле) органдары ассоциацияһының XXIV ултырышында һәм Өфөлә ил Президентының ҡабул итеү бүлмәһен асыуҙа ҡатнашты.
Башҡортостандың баш ҡалаһында тулы хоҡуҡлы вәкил шулай уҡ абруйлы уҡыу йорттарының береһе – 3-сө гимназия уҡытыусылары һәм Башҡорт дәүләт университетында бәләкәй дәүләт идаралығы академияһы тыңлаусылары менән осрашты.
Юғары чиновник уҡытыусыларҙы үҙ тәрбиәләнеүселәрендә инновацион фекерләүҙе үҫтерергә саҡырҙы.
– Инновацион үҫеш юлының ғына илебеҙ өсөн перспективалы буласағы хәҙер һәр кемгә мәғлүм, – тине ул Өфөнөң 3-сө гимназияһында мәғариф хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу ваҡытында. – Ләкин инновациялар юғары технологиялы производстволарҙы һәм фәнде инвестициялауҙы ғына аңлатмай. Халҡыбыҙҙа, Япониялағы кеүек, инновацион фекерләү тибын тәрбиәләргә кәрәк.
Йәш быуында инновацион фекерләү тибын тәрбиәләүҙе, Григорий Рапота әйтеүенсә, вузда түгел, ә мәктәп эскәмйәһенән үк башларға кәрәк.
– Бөгөн, әйткәндәй, күптәр был зарурлыҡты аңлай, – тине Григорий Рапота. – Уны нисек тормошҡа ашырыу мәсьәләһе – икенсе эш. Шуныһы асыҡ – уҡыусыларҙа инновацион фекерләүҙе улар иҡтисад, үҙ төбәгенең һәм тотош Рәсәйҙең үҫеш перспективалары тураһында уйлана башлаған ғына саҡта уҡ тәрбиәләй башларға кәрәк. Шул осраҡта ғына был быуын киләсәктә үҙ иленең тулы үҫешен тәьмин итә аласаҡ.

Стәрлетамаҡта үҙгәрештәр

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы советы ултырышында хакимиәт башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу һәм ҡала хакимиәте башлығы бурыстарын ваҡытлыса башҡарыусыны тәғәйенләү тураһындағы мәсьәләләр ҡаралды.
Вәхит Әбдрәхимов, икенсе эшкә күсерелеү сәбәпле, хакимиәт башлығы вазифаһынан бушатылды. Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы совет депутаттары Изотов Алексей Николаевичҡа йөкмәтте. Ул хакимиәт башлығы вазифаһын ошо вазифаға конкурс һөҙөмтәләре буйынса ҡала округы советы тәғәйенләгән кеше үҙ вазифаларын үтәй башлаған­ға тиклем башҡарасаҡ.

Муниципаль берәмектәрҙең съезы үтте

Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Баш­ҡортостандағы муниципаль берәмектәрҙең III съезының пленар ултырышы үтте. Унда БР Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Президенты хакимиәте етәксеһе Николай Курапов, «Башҡортостан Респуб­ликаһының муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһы идараһы рәйесе, Иглин районы хакимиәте башлығы Ришат Исхаҡов, РФ Федерация Советы ағзалары, РФ Дәүләт Думаһы һәм республика парламенты депутаттары, республиканың власть органдары вәкилдәре, муниципалитеттарҙан 700-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.
БР Президенты Рөстәм Хәмитов съезда доклад менән сығыш яһаны.
– Бөгөн был залда республиканың бөтә башҡарма власы вәкилдәре йыйылған тип әйтергә була. Муниципаль власть – халыҡҡа иң яҡыны. Һеҙ һәр саҡ улар менән тығыҙ аралашырға, халыҡ тормошонда әүҙем ҡатнашырға, проблемаларҙы хәл итергә тейешһегеҙ. Беҙгә һеҙҙең нисек эшләүегеҙҙе, нимә менән йәшәүегеҙҙе аңларға һәм ярҙам итеү юлдарын эҙләргә кәрәк, – тине ул.
Рөстәм Зәки улы сығышында муниципаль берәмектәрҙең проблемаларына ла туҡталды, уларҙы хәл итеү юлдарын бергә эҙләргә саҡырҙы. Президентты муниципаль берәмектәрҙең күпселегенең дәүләт дотацияһында булыу проблемаһы борсой. Шуға күрә ул урындағы үҙидара органдарына аҡса табыу, инвестициялар йәлеп итеү юлын эҙләргә ҡушты. «Һәр райондың үҙенсәлеге бар. ҡайҙалыр – ауыл хужалығы, сәнәғәт, икенсе ерҙә – туризм, шифаханалар, өсөнсө райондарҙа урман хужалығы һәм башҡалар үҫешкән. Бер һүҙ менән әйткәндә, мөмкинлектәр күп. Һеҙгә бары тырышып эшләргә, яңы юлдар табырға кәрәк», – тине Рөстәм Хәмитов.
«Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһы идараһы рәйесе, Иглин районы хакимиәте башлығы Ришат Исхаҡов доклад менән сығыш яһаны.
Съезда ҡатнашыусылар үткән ике йылдағы эшкә йомғаҡ яһаны, тәжрибә уртаҡлашты һәм киләсәккә бурыстар билдәләне. Көндөң тәүге яртыһында төрлө йүнәлештәр буйынса «түңәрәк өҫтәл»дәр ойошторолдо. Съезда ҡатнашыусылар урындағы үҙидараны үҫтереү өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ; муниципаль кимәлдә ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, муниципалитеттарҙың ер-мөлкәт ресурстарын дөрөҫ файҙаланыуы; территориялар үҫеше стратегияһы, муниципаль берәмектәр үҫешендә инвестициялар һәм инновацияларҙың роле; урындағы бюджет, уны формалаштырыу, файҙаланыу һәм тулыландырыу; урындағы үҙидара органдарының дәүләт власы органдары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институты менән мөнәсәбәттәре проблемаһы; муниципалитеттарҙың мәғлүмәти үҫеше, урындағы үҙидара эшмәкәрлегенең асыҡлығын тәьмин итеү; хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, йәмәғәт тәртибен булдырыу һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә урындағы үҙидара органдарының вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу темалары буйынса фекер алышты. Уларҙың эш йомғаҡтары буйынса тәҡдимдәр ҡабул ителде.
Республика муниципаль берәмектәренең III съезы «БР муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһы идараһының яңы составын раҫланы. Унда 17 муниципаль берәмек – муниципаль райондар һәм ҡала округтары – башлығы инде. Идараның съезд тамамланғас үткәрелгән беренсе ойоштороу ултырышында уның рәйесе итеп бер тауыштан ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Мусин һайланды.
аҡса йәл түгел

Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәте ултырышында республика халҡын авария хәлендәге иҫке торлаҡтан күсереү проблемаһын күтәр­ҙе. Республикала был проблеманы хәл итеү өсөн Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалашты­рыуға булышлыҡ итеү фонды менән берлектә ике адреслы программа эшләнгән һәм тормошҡа ашырыла, шул иҫәптән аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү ихтыяжы ла иҫәпкә алына.
Күрһәтелгән программалар буйынса граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә средстволарҙың дөйөм күләме 2010 йылда 644 миллион 387 мең һум тәшкил итә, шул иҫәптән фонд средстволары – 588 миллион 454 мең һум, муниципаль берәмектәр средстволары – 55 миллион 933 мең һум.
Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов хәбәр итеүенсә, беренсе программаға Өфө, Нефтекама, Октябрьский, Бөрө, Мәләүез, Туймазы һәм Яңауыл ҡалалары инде. Уға ярашлы, быйыл авария хәлендәге 54 торлаҡ йорттан 1523 кеше күсереләсәк. Аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙе иҫәпкә алып, икенсе программала ҡатнашыусылар иҫәбенә дүрт ҡала – Өфө, Сибай, Баймаҡ һәм Ишембай инә.
Әлеге ваҡытта Өфөлә аҙ ҡатлы эксперименталь йорт төҙөлә. 33 фатирлыҡ өс ҡатлы йорт Совет районында сафҡа индереләсәк. 1 ғинуарға тиклем авария хәлендәге алты йорттан 112 кеше өй туйлар­ға тейеш.
Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты башлығы, авария фондынан халыҡты күсереү өсөн 10 – 15 миллиард һум аҡса кәрәк, тип белдерҙе. Йыл һайын республика бюджетынан ғына бер миллиард ярым һум йүнәлтеү фарыз.
– Был мәсьәләне хәл итеүгә аҡса йәл түгел, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты. – ХХI быуатта кешеләрҙең ергә һеңеп бөткән, санитария шарттары булмаған, коммуналь хеҙмәтләндереүҙәрһеҙ йорттарҙа йәшәүенә юл ҡуйырға ярамай. Иҫке торлаҡты һүтеү буйынса республика программаһы кәрәк. Ул "Торлаҡ" программаһының бер өлөшө булып торорға тейеш. Беҙ эшмәкәрлек өҫтөнлөктәрен билдәләнек: эш, эш хаҡы, торлаҡ. Был йүнәлештә эште әүҙемләштереү зарур.
«Башинформ».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға