17.08.2010 Ергә һәм йорттарға хаҡтар төшә
Өфө эргәһендә урынлашҡан йорт һәм коттедждарға һуңғы айҙа хаҡтар арыу уҡ кәмене. Июль айында ер участкаларына хаҡ 7,3 процентҡа төшһә, йорттар 1,8 процентҡа арзанайҙы.
– Яҙын ҡала ситендә урынлашҡан күсемһеҙ милек торғонлоҡтан күтәрелә башланы. Көрсөктән һуң был хәл тәүгә күҙәтелә. Быға тиклем һатыусылар хаҡты бик юғары ҡуйҙы, ә һатып алыусылар бара, ҡарай һәм һөҙөмтәлә барыбер арзаныраҡ хаҡлы йорттар ала ине. Ә бөгөн, мәҫәлән, Алексеевка ауылында 2450 мең һумға бөтә уңайлыҡтары булған коттедж һатыла. Бындай хаҡ һатып алыусы өсөн дә ҡулай.
Һатыусылар, әгәр октябргә тиклем объекттарын һата алмаһа, яҙға тиклем көтөргә тура киләсәген яҡшы аңлай, шуға ла яйлап хаҡтарҙы төшөрә башланы.
Ер һатыу мәсьәләһендә лә шундайыраҡ хәл, әммә бында һатып алыусыларға һайлауы еңелерәк. Һәр ваҡыттағыса, ерҙең хаҡы һәм урынлашыу урыны мөһим. Быйылғы ҡоролоҡ менән бәйле улар йылға-күлдәре булған ерҙәргә өҫтөнлөк бирә. Ундай урындар күп түгел, шуға ла ергә хаҡ төштө.
Көрсөккә тиклем ер хаҡы 1,5 млн һум тәшкил итһә, бөгөн һатып алыусылар ер өсөн 500 мең һумдан да күберәк тәҡдим итмәй.
«Башинформ».