«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ-ара кимәлдә баһаланды



15.06.2012 Халыҡ-ара кимәлдә баһаланды

Рәсәй Дәүләт Думаһының Башҡортостандан һайланған депутаты, мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина Төркиәлә булдырыл­ған “Йылдың алтын кешеләре” тигән премияның “Төрки халыҡтары мәҙәниәтен үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн” номинацияһына лайыҡ булған.
Награданы тапшырыу тантанаһы Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала үткән. Зөһрә Рәхмәтуллина менән бер рәттән, был йәмәғәт премияһын Төркиә Премьер-министры урынбаҫары, дәүләт министры Бекир Боздаг, мәҙәниәт һәм туризм министры Эртугрул Гюнай, ТӨРКСОЙ-ҙың Генераль секретары Дюсен Касеинов һ.б. алған.
Әйткәндәй, бүләкләнеүселәр араһында Өфө ҡалаһы һәм Совет районының туғандаш Анкараның Кечиорен районы мэры Мостафа Аҡ булып, ул киләсәктә Башҡортостандың баш ҡалаһы менән хеҙмәттәшлекте тағы ла нығытасаҡтары тураһында белдергән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға