«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостанда 1687 фән докторы бар



15.06.2012 Башҡортостанда 1687 фән докторы бар

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа граждандарға белем кимәле тураһында ла һорауҙар бирелгәйне. Ошо пунктта ғилми дәрәжә булыу-булмау ҙа теркәлде.
Перепись һөҙөмтәләренә ярашлы, Рәсәйҙә 124 мең фән докторы (33 проценты ҡатын-ҡыҙ), 596 мең фән кандидаты (44 проценты ҡатын-ҡыҙ) йәшәй.
Беҙҙең республикала иһә 10 194 фән кандидаты, 1687 докторы иҫәпләнә. Кандидат ҡатын-ҡыҙҙар – 4854, Рәсәй күрһәткесенән бер аҙ юғары (47 процент). Ә доктор дәрәжәһенә еткән гүзәл заттар әллә ни күп түгел, 514 кешене тәшкил итә.
Ғалимдарҙың, буласаҡ ғалимдар­ҙың йәшенә килгәндә, республикала фән кандидаттарының 74 проценты хеҙмәткә яраҡлы йәштә. Ә бына докторҙарҙың күпселеге, хатта яртыһы тиерлек, илдәге кеүек үк, пенсия йәшендә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға