«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



02.10.2010 Өс һөйләм менән

Аҙыҡ-түлек баҙарында та­уарҙарға хаҡтар ҡырҡа күтәрелә. Ошоға бәйле республиканың ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе тармаҡ берекмәләре, эшкәртеү предприятиелары һәм сауҙа ойошмалары араһында хеҙмәттәшлек итеүҙең дөйөм нигеҙҙәре һәм социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы көйләү тураһында килешеү төҙөлгән. Шуның нигеҙендә 1 октябрҙән Башҡортостанда «Социаль кәрзин» тигән акция старт алды.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов пенсионерҙарҙы, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын Халыҡ-ара ололар көнө менән ҡотланы. «Һеҙҙең иңегеҙҙә – көсөргәнешле хеҙмәт йылдары. Бөгөн һеҙҙең тормош тәжрибәгеҙ һәм аҡылығыҙ йәштәрҙе тәрбиәләүҙә, бай традицияларыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалыуҙа һәм артабанғы үҫешебеҙҙә ҙур әһәмиәткә эйә», – тиелә ҡотлауҙа.

Билдәле Өфө яҙыусыһы Камил Йыһаншин абруйлы әҙәби конкурста лауреат булған. Санкт-Петербургта уға «Ижади илһам» конкурсының дипломы тапшы­рылған. Яҡташыбыҙға был награда ҡырағай хайуандар тураһындағы яҙмалары өсөн бирелгән.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте халыҡ-ара күргәҙмә-йәрминкәнең дипломы менән бүләкләнде. Күргәҙмә 24 – 26 сентябрҙә Ашхабад ҡалаһында үтте. Унда Рәсәйҙән, Америка, Бөйөк Британия, Франция, Польша, Австрия, Төркиә, ҡытай, Һиндостан һәм башҡа илдәрҙән 160-тан ашыу күренекле нәшриәт йорто, полиграфия компанияһы һәм фирмаһы, ғилми-белем биреү үҙәге ҡатнашты.

Бөгөн Өфө ҡалаһында башлан­ғыс профессиональ белем биреү учреждениеларының күргәҙмә-йәрминкәһе үтә. Спорт һарайы алдындағы майҙанда республиканың 93 һөнәрселек училищеһы һәм лицейы баш ҡала халҡына үҙе етештергән продукцияны тәҡдим итә. Быйылғы йәрминкә Рес­пуб­лика көнөнә һәм башланғыс профессиональ белем биреү системаһының 70 йыллығына арнала.

7 октябрҙә Профсоюздар йор­тонда Башҡортостан Респуб­ликаһы Төҙөүселәр союзының дөйөм йыйылышы уҙасаҡ. Унда 370-тән ашыу төҙөлөш компанияһы вәкиленең ҡатнашыуы көтөлә. Көн тәртибенә ҡайһы бер ойошмалар­ы ағзалыҡтан сығарыу, үҙ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре индерелгән, шулай уҡ йыйылышта ҡатнашыу­сылар норматив документтарға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр хаҡында ла фекер алышмаҡсы.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға