19.06.2012 Абдуллаға тиҙ йөрөшлө электричкала барырға була
Яҡын арала Башҡортостанда бер нисә яңы тимер юлы участкаһын төҙөргә ниәтләйҙәр. Атап әйткәндә, беҙҙә Өфө − Яңауыл, Сибай – Сара участкаларын төҙөү планлаштырылған. Бынан тыш, Белорет менән Учалыны бәйләп тороусы яңы тимер юлы ла буласаҡ.
Сибай – Сара юлы Көньяҡ Уралды үҫтереү программаһына ярашлы төҙөлә. Юл буйынса проект һәм төҙөү эштәре 2013 йылда башланасаҡ.
Ә инде 1 июлдән Өфөнән Абдулла станцияһына тиҙ йөрөшлө һәм уңайлы электричка ебәрелә. Унда билет хаҡы ябай электричканыҡынан ҡиммәтерәк буласаҡ. Әммә поезда биотуалеттар, телевизор, кондиционерҙар ҡуйылған һәм бар эшләй. Шулай уҡ вагондарҙа бушлай интернет менән дә файҙаланып буласаҡ. Әле Абдулла станцияһына Өфөнән алты сәғәт самаһы барырға тура килә. Яңы электричка унда дүрт сәғәт эсендә барып етәсәк.
Яңы тиҙ йөрөшлө электричкаға бөйөк герой-осоусы Муса Гәрәевтың исемен биргәндәр.