«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Таланттар баһаланды



19.06.2012 Таланттар баһаланды

Башҡортостан Республи­каһында Мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ошо өлкәнең талантлы шәхестәренә наградалар тапшырылды.
Бүләкләү тантанаһында һикһәнгә яҡын дәүләт һәм ведомство наградаһы бирелде. Рәсәй Федерацияһының Маҡтау грамоталарын Күмер­тау ҡалаһы, Илеш һәм Балтас райондарының мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре алды. Республиканың Милли симфоник оркестрында уйнаусылар Башҡортостан Хөкү­мәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнде. Был коллектив профессиональ музыка сәнғәтенә ҙур өлөш индерә.
Башҡортостан Республи­каһы мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән Күгәрсен, Баймаҡ, Көйөр­гәҙе, Бишбүләк, Туймазы, Бәләбәй, Асҡын райондарының, Нефтекама, Стәр­летамаҡ, Өфө, Салауат һәм Сибай ҡалаларындағы мәҙәниәт учреждениелары билдәләне. Белорет ҡалаһының 250 йыллыҡ юбилейы айҡанлы был төбәктең мәҙәниәт учреждениеһы Рәсәй мәҙәниәт министрының, Башҡор­тостан Рес­публикаһы Прези­ден­тының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының аккомпаниатор-концертмейстеры Ғәли Алтынбаевҡа «Башҡортос­тандың халыҡ артисы» исеме бирелде. Бәрхәт тауышлы йырсыбыҙ һәм радио хеҙмәткәре Фәрүәз Урманшин менән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Әлфиә Кәримованың да таланты дәүләт кимәлендә юғары баһаланды – улар «Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы» исеменә лайыҡ булды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры етәксеһе Ринат Ишмуллин «Башҡортостандың атҡаҙан­ған сәнғәт эшмәкәре» исемен алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға