«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Силәбе ҡоролтайы балалар реабилитация үҙәгенә ярҙам күрһәтә



08.06.2012 Силәбе ҡоролтайы балалар реабилитация үҙәгенә ярҙам күрһәтә

Силәбе ҡала хакимиәтенең «Изгелек маршруты» проекты сигендә өлкә башҡорттары ойошмаһы алтынсы йыл инде «Илһам» балалар медицина һәм реабилитация үҙәге менән хеҙмәттәшлек итә, уға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тырыша.
Был медицина учреждениеһында етлекмәй тыуған, тыумыштан нервы системаһы ауырыуҙары менән яфаланған сабыйҙарҙы реабилитациялау буйынса хеҙмәт күрһәтелә. Бәләкәстәрҙе бөтә Силәбе өлкәһенән килтерәләр.
Өлкә башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы ошо көндәрҙә лә бында булып, ҡоролтай ағзаһы Наил Шәйҙуллин йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Морис Йосопов исеменән учреждениеға йүргәктәр, сабый күлдәктәре һәм имеҙлектәр тапшырҙы.
Баш табип Наталья Горло әйтеүенсә, реабилитация үҙәгенә тап ошондай практик ярҙам етмәй ҙә инде. Шунлыҡтан йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ярҙам күрһәтелеүе улар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға