«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Салауатта – яңы парк



08.06.2012 Салауатта – яңы парк

Салауат ҡалаһында реконструкциянан һуң мәҙәниәт һәм ял паркы асылды. Ошо уңай менән тантанала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм республикаға эш сәфәре менән килгән Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин ҡатнашты.
Яңыртылған парк бик уңайлы, бында төрлө спорт ярыштарын үткәреү мөмкинлеге бар.
Парк асылыуға бәйле унда байтаҡ мауыҡтырғыс сара үтте. Быға коляскалар парадын, һабын ҡыуығы фестивален, ҡул эштәре күргәҙмәһен индерергә була. Шулай уҡ «Парк тылсымы» дизайн-проекты күптәрҙе йәлеп итте.
210 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләгән паркты тергеҙеү 2010 йылдың октябрендә күлде таҙартыу һәм яр буйын нығытыу эштәренән башланған. Реконструкция барышында ағастарҙы мөмкин тиклем һаҡлап ҡалырға ҡарар ителгән, шулай ҙа ҡарт ағастар бысылған. Уларҙың урынына меңләп тирәк, ҡарағай, йүкә, балан, миләш үҫентеләре ултыртылған. Парктың кедр аллеяһы ла барлыҡҡа килгән.
Реконструкция барышында иҫке биналар һүтелгән, яңы ҡоймалар эшләнгән. Территорияһында, дөйөм алғанда, 15 километр оҙонлоғондағы йүгереү, велосипедта йөрөү өсөн яңы юлдар, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар һалынған. Уңайлы эскәмйәләр, фонарлы бағаналар ҡуйылған, парк яңы хәүефһеҙлек системаһы менән йыһазландырылған.
Бер һүҙ менән әйткәндә, салауаттарҙың иҫ киткес матур ял урынына яңы һулыш өрөлгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға