08.06.2012 «Асыҡ республика» сайты эшләй башланы
Быйыл февралдә БР Президенты блогерҙар менән осрашыуында «Асыҡ республика» мәғлүмәт порталын булдырыу тураһында фекерен әйткәйне. Әле шул юҫыҡтағы сайт тест режимында эш башланы.
«Асыҡ республика» 20 ярҙамсы проекттан тора, ул шартлы рәүештә ике өлөшкә – «Асыҡ мәғлүмәт» һәм «Электрон демократия»ға бүленгән.
Хәҙер республика халҡының дәүләт власы органдары эшмәкәрлеге тураһында һәм башҡа төрлө өлкәләргә ҡағылышлы дөрөҫ мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бар. «Асыҡ мәғлүмәт»тә һигеҙ проект ҡаралған. Иң ҡыҙыҡлыһы – «Асыҡ бюджет». Бында финанс ресурстарының ҡайҙа йүнәлтелеүен, ниндәй юлдарҙың реконструкцияланасағын, ниндәй объекттар, ҡайһы райондарҙа балалар баҡсалары төҙөләсәген белеп буласаҡ.
«Россия без дураков» федераль проектына оҡшатып эшләнгән «Ахмаҡтарҙан азат Башҡортостан» («Башкирия без дураков») проекты ла ҡыҙыҡ булмаҡсы. Хәҙер граждандар урындағы власть вәкилдәре тарафынан эшләнгән ахмаҡлыҡ һәм уларҙың вайымһыҙлығы тураһында хәбәр итә ала. Был коммуналь хужалыҡҡа ла, урындағы кимәлдә ҡабул ителгән ҡарарҙарға ла ҡағыла. Мәғлүмәтте сайтта текст форматында ғына түгел, территорияға бәйләп тә ҡалдырырға мөмкин – сайтта интерактив карта эшләй, унда билдә ҡуйып була.
«Асыҡ республика» составындағы башҡа проекттар ҙа әкренләп эшкә ҡушыласаҡ. Уға «Башҡортостан Республикаһы тауышы» (йәмәғәтселек фекерен белдереү, сайтта тауыш биреү юлы менән айырыуса мөһим мәсьәләләрҙе асыҡлау), «Дәүләт барыһы өсөн дә» (граждандар хоҡуҡтары, социаль гарантиялар һәм мөмкинлектәр тураһындағы мәғлүмәт), «Хәүефһеҙ мөхит» (республика халҡының көнүҙәк проблемалары – соҡор-саҡырлы юлдар, янмаған фонарҙар, пандустар булмауы, законһыҙ сүплектәр тураһында) инә.