«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан – әүлиәләр иле



08.06.2012 Башҡортостан – әүлиәләр иле

Халҡыбыҙҙың 120-нән ашыу әүлиәһе, изгеһе билдәле
ШӘЙӘХМӘТ ҡАРТ
2002 йылда Дыуан районының Мөлкәт ауылында йәшәүсе Мөғрифә Дуҫмөхәмәтованан яҙып алынды (1925 йылғы, Салауат районының Баҙраҡ ауылынан 1945 йылда Мөлкәткә килен булып төшкән).
“Таймыйҙа (Салауат районы) мәсет бар ине. Шунда иртән халыҡ намаҙ уҡырға килгәндә Шәйәхмәт тигән кеше уҡып ҡайтыр булған. Уны мосолман бәрейе уҡытҡан, тиҙәр. Вис белеп ултыр­ған, фал китабы аса торғайны. Һуғыш ваҡытында еңгәм менән барғайныҡ, ағайым тураһында, йондоҙо алмашынған, һигеҙ айҙан хаты килер, тине. Ул тере ҡайтты. Ә минең иремдең йондоҙо юғалған, тине, уның үлгән тигән хәбәре килде”.

САЛАУАТ ЙӘШЕРГӘН ХАЗИНА

1999 йылда Салауат районының Мөсәт ауылында йәшәүсе Фәсхетдин Шәмсетдин улы Ғайсин (1935 йылғы) һөйләне.
“Малаяҙ ауылы халҡы беҙҙең Мөхөтдин олатайға бер саҡ: “Биксәнҡулда төндә ут яна, ул ниндәй ғәләмәт икән?” – тип мөрәжәғәт итә. Кешеләрҙең тел төбөн һиҙгән олатайыбыҙ ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай. Ул шунда барып доға уҡыған. Доға уҡыуы булған – ер аҫтынан бер кәмә алтын килеп тә сыҡҡан. Уны Салауат Юлаев күмеп киткән булған, тиҙәр. Мөхөтдин олатай ул алтынды Малаяҙ, Мөсәт, Илтәй ауылдары халҡына услап таратып сыҡҡан”. (ҡарт заманында даны тирә-яҡҡа ныҡ таралған әүлиә булған, кешеләрҙе дауалаған – Ф. Ғ).

ҒАЙСА СУФЫЙ

1999 йылда Салауат районының Мөсәт ауылында йәшәүсе Фәсхетдин Шәмсетдин улы Ғайсиндан (1935 йылғы) яҙып алынды.
“Ғайса олатай суфый булған, Троицкиҙа мәҙрәсә бөткән, 12 йыл Урта Азия буйлап йөрөп ҡайтҡан, хажға барған.
Ул кешеләрҙе дауалаған. Өйөнә лә килгәндәр, үҙе лә ауылдарға барып йөрөгән. Кешеләргә әйтер булған: “Кемде ҡабул итәм, ул ишек тупһаһынан инә алыр, ә кемде ҡабул итмәйем, ул тупһа аша атлап, өйгә үтә алмаҫ”.
Ғайса олатай өйөндә килерен алдан белеп ултыр­ған. ҡарсығына: “Сәй ҡуй, яҡшы, изге кеше килә”, йәки “Урыныңдан ҡуҙғалма, иблис, ҡара уйлы кеше кереп килә!” – тип әйтер булған.
Ғайса ҡарттың улы Фәхретдин яңылыш юлдан китә, ауылда беренсе коммунист була, Петербургта булып, Ленинды күреп ҡайтҡан. Ул төрлө өгөт-нәсихәт тыңлап, аҡтар һәм ҡыҙылдар яғында ҡаңғырып йөрөй. Бер саҡ уны Йүкәле ауылынан бер татар һалдаты һата, Фәхретдингә ҡырҡ тапҡыр шомпол менән һуғалар. Фәхретдин аҡтарҙан ҡаса. Ул ваҡытта Фәхретдин аҡ офицер, тәре ордены кавалеры була (кавалер ордена Креста). Юлда сағында уҡ атаһы суфый Ғайса олатай: “Ах, малайҙы әрәм иттеләр, арҡаһына розга һуҡтылар, хәле насар, ҡайтып килә, кискә килеп етер”, – тип өйҙәге өс ейәненә әйтә. Ысынлап та, шулай була. Өйҙә Фәхретдиндең арҡаһына туң май һылайҙар, ул бер айҙан йүнәлә.
Ғайса олатай шулай Нуғай ауылына ла барып йөрөгән. Ундағы иманһыҙҙарҙың үҙҙәрен дауаламауына бик асыуҙары килгән. күмәкләп йыйылып, быны үлтерергә булғандар. Бер ваҡыт Ғайса олатай Нуғайҙан ҡайтырға сыға, теге кешеләр бының артынан ҡыуа. Күпмелер барғас, Ғайса олатайға ауаз килә: “Артыңа боролоп ҡара!” ҡарт боролоп ҡараһа, артынан бик күп сапҡындың баҫтырып етеп килгәнен күрә. Ә башын кире бороп, алдына ҡараһа, үҙенең аты-ние менән ҡаршылағы тауҙың башында торғанын күрә. Кире артына ҡараһа, ҡыуғынсылар, бының юҡ булғанына аптырап, туҡтап ҡалған була. Шунан Ғайса олатай тау башында Аллаһы Тәғәләгә ҡотҡар­ғаны өсөн рәхмәт әйтеп, шөкөр намаҙы уҡып, ауылына ҡайтып китә.
Нуғай ауылына икенсе тапҡыр барғанында, теге кешеләр бының янына килеп ғәфү үтенә һәм: “Беҙ Алланың барлығына ышандыҡ, иман килтерәбеҙ, өйрәт нимә эшләргә”, – ти.
Шунан Ғайса олатай уларҙан шәһәҙәт әйттерә, иман килтертә”.

Фәнирә ҒАЙСИНА,
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының
фольклористика бүлеге хеҙмәткәре.

(Дауамы. Башы 31, 33, 34, 36, 38, 40, 42-се һандарҙа).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға