«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



01.06.2012 Өс һөйләм менән

Республика предприятиелары һәм ойошмалары беренсе квартал йомғаҡтары буйынса инвестицион әүҙемлек күрһәткән. 2011 йылдың ошо осорона ҡарата төп капиталға инвестициялар күләме 108,5 процентҡа еткән. «Башҡортос­танстат» мәғлүмәттәре буйынса, ғинуар – мартта барлыҡ финанслау сығанаҡтары иҫәбенә әлеге сумма 25172,9 млн һум тәшкил иткән.

Башҡортостанда янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып 36 урман янғыны теркәлгән. Дөйөм алғанда, 205,31 гектар майҙанды ут ялмаған. Янғындарҙың күпселегенә кешеләр ғәйепле.

Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт йәштәр премияһының күләме өс тапҡырға арттырылып, 150 мең һумға етте. Премия республиканың фәнни ҡеүәтен үҫтереү һәм иң һәләтле йәштәрҙе дәртләндереү маҡсатында 2002 йылда БР Министрҙар Кабинеты тарафынан булдырылған. Йыл һайын тәбиғи, техник һәм гуманитар фәндәр өлкәһендә өс премия тапшырыла.

Бөтә Рәсәй һабантуйы 7 июлдә Силәбе өлкәһенең Красноармейск районында үтәсәк. Дубровка ауылы географик яҡтан уңайлы урында урынлашҡаны һәм ипподромы булған өсөн һайланған. Хәҙер ил күләмендә даими уҙғарыл­ған байрамыбыҙҙа, ат сабышы, милли көрәш кеүек ярыштарҙы күреү һәм ҡатнашыуҙан тыш, башҡорт, татар, ҡаҙаҡ милли ризыҡтарын ауыҙ итергә, халыҡ кәсептәре тауарҙарын һатып алырға ла була.

«Forbes» журналы бизнес алып барыу өсөн Рәсәйҙең иң яҡшы 30 ҡалаһы рейтингын баҫып сығар­ҙы. Быйыл унда тәүге тапҡыр Мәскәү менән Санкт-Петербург иҫәпкә алынған – улар 30 ҡаланан торған исемлектең иң аҙағында килә. Исемлек Сочи ҡалаһы менән башлана, Өфө менән Силәбе икенсе һәм өсөнсө урындарҙы алған.

ҡаңлы ырыуы вариҫтары 5 июндә йыйын үткәрә. М. Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театрында уҙасаҡ сарала (сәғәт 11-ҙә башлана) Бүздәк, Бәләбәй, Дәүләкән, Дүртөйлө, Кушнаренко һәм башҡа район-ҡалаларҙа йәшәүсе ырыуҙаштар ҡатнаша. Ырыу тарихын өйрәнеү менән бер рәттән, рухи берҙәмлекте нығытыу мәсьәләләре лә ҡараласаҡ.

Туймазы прокуратураһы «ҡандракүл» тәбиғи паркында контроль-пропуск пункттары эшен туҡтатыуҙы талап итә. Бындағы етәкселек ике шлагбаум ярҙамында парк биләмәһенә инеүселәрҙе туҡтатып, законһыҙ рәүештә аҡса йыйыу ойошторған. Башҡортостан Хө­күмәте әлеге урынға бушлай инеүҙе билдәләп, ҡарар сығарған.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға