«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Улар – ысын ата-әсә



01.06.2012 Улар – ысын ата-әсә

Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Башҡортос­тандың Бәләбәй ҡалаһында йәшәүсе күп балалы ғаиләләр Ата-әсәлек даны ордены менән наградланды.
Был юғары дәүләт наградаһына улар «балалар тәрбиәләүҙә һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙа күрһәткән хеҙмәте өсөн» лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр – Бәләбәй ҡалаһының «Үҙәк мәҙәниәт һарайы» муниципаль автономиялы мәҙәниәт учреждениеһының рус халыҡ инструменттары оркестры халыҡ коллективы дирижеры Павел Крылов менән «Йылға» ансамбле халыҡ коллективы хормейстеры Зинаида Крылова һәм «СтройСнабСервис» йәмғиәтенең инженер-энергетигы Владимир Щукин менән «Бәләбәй ҡалаһының 1-се гимназияһы» муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһының бейеү түңәрәге етәксеһе Надежда Щукина.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға