«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



29.05.2012 Донъя яңылыҡтары

Рәсәй музыканттары донъяны яулай
Бер нисә ай дауамында бөтә ил халҡының иғтибары “Евровиде­ние – 2012” халыҡ-ара конкурсында ҡатнашасаҡ “Буран әбейҙәре”ндә булғайны.
Ошо көндәрҙә улар лайыҡлы сығыш яһаны – көмөш миҙал алды. Беренсе урын Швеция йырсыһына бирелһә, өсөнсө урын Сербия вәкиленә эләкте.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә Бельгияла королева Елизавета исемендәге классик музыка халыҡ-ара конкурсы уҙҙы. Унда Санкт-Петербург ҡалаһынан 26 йәшлек скрипкасы Андрей Баранов беренсе урынға лайыҡ булды. Моцарт, Чайковский, Прокофьев әҫәрҙәрен башҡарған егет барыһын да шундуҡ әсир иткән. Рәсәй музыканттарына, афарин, тиергә ҡала.

Янартау терелә

Гватемалалағы иң ҙур Фуэго вулканы әүҙемләшкән.
Уның кратерында бер нисә шартлау булған, төтөн болото 1,5 саҡрымға тиклем күтәрелгән. Әгәр ҙә ул хәрәкәткә килһә, тирә-яҡты бер нисә саҡрымға һуҙылған утлы лава ялмап аласаҡ. Әлеге мәлдә Фуэго янындағы бер нисә ҡасабанан халыҡ эвакуациялана башлаған.

“Ғәрәп яҙы” туҡтамай

Сүриәнең Хула ҡалаһындағы атыш һөҙөмтәһендә тыныс халыҡ ҡырылған.
Бөтәһе 116 кеше үлгән, шулар­ҙың 38-е – балалар. Өс йөҙләгән кеше тән йәрәхәттәре алған.
Бынан һуң илдең ҡораллы оппозицияһы: “Әгәр ҙә БМО-ның Именлек Советы ашығыс рәүештә сара күрмәһә, Кофи Аннандың тыныслыҡ планын үтәүҙән туҡтаясаҡбыҙ”, − тип белдергән. Улар бындай ҡәбәхәтлектә даими армияны ғәйепләй. НАТО илдәренең халыҡ-ара күҙәтеүселәре раҫлауынса, ут артиллерия орудие­һынан булған. Әлегә был ҡанһыҙлыҡты кемдәр ҡылыуы асыҡланмаған, бер нисә вариант ҡарала. Рәсәй эксперттары белдереүенсә, был үлтереш – провокация.

Уттан ҡалмай...

Германияның Кобург ҡала­һын­да тарихи биналар кварталы янған.
Һөҙөмтәлә бер нисә билдәле тарихи ҡомартҡы юҡҡа сыҡҡан. Ут һүндереүҙә өс йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашҡан, шуларҙың 13-ө тән йәрәхәттәре алған. Белгес­тәр фараз­лауынса, янғын йорт башына төшкән фейер­верк арҡаһында барлыҡҡа килгән.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға