«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ерҙе… тоҙ кислотаһы менән бүлмәксе булған



29.05.2012 Ерҙе… тоҙ кислотаһы менән бүлмәксе булған

Туймазыла йәшәүсе ике күр­ше ер участ­ка­ла­ры­ның сиге ти­рә­ләй оҙаҡ ҡы­на бә­хәс алып бар­ған. Ниһайәт, уларҙың береһе аңлашылмаусанлыҡҡа үҙенсә нөктә ҡуймаҡсы булған.
71 йәшлек пенсионер күршеһенә тоҙ кислотаһы һибергә ниәтләгән дә, был эшкә бер танышын ҡушҡан. 30 мең һум “премия” ла тәҡдим иткән.
Әммә танышы ҡарттың был хыялы тураһында полицияға еткерә һалған. Полиция, үҙ сиратында, заказсыны тотоу буйынса үҙ планын ҡорған.
“Киллер” ҡарттың күршеһенә юрый һөжүм яһаған, ә эше өсөн аҡса алғанда теге уҫал ниәтле пенсионерҙы полиция хеҙмәткәрҙәре килеп тә тотҡан. Хәҙер һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуған оло йәштәге енәйәтсе “кеше яллап сәләмәтлеккә ауыр зыян килтереүҙе ойоштороу” статьяһы буйынса хөкөм ҡарарын көтә. Уның 15 йылға тиклем төрмәгә ябылыуы мөмкин.
Аҡһаҡал йәшендәге кеше эшеме ни инде был?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға