25.05.2012 Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше дәүләттәрҙең нигеҙен ҡаҡшата
Рәсәй Президенты Владимир Путин Интерпол ҡанаты аҫтында наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәшеүсе хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләүсе халыҡ-ара уҡыу үҙәгендә булғанда, «Ҙур һигеҙ» саммитында төп темаларҙың береһе наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш мәсьәләһе буласаҡ, тип белдергәйне. Ошо көндәрҙә БМО-ның Генераль секретары Пан Ги Мун БМО Генераль Ассамблеяһы сиктәрендә уҙған дебатта әлеге проблеманың актуаллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Пан Ги Мун белдереүенсә, Үҙәк Америка илдәрендә һәр илленсе ир-егет яҡынса 32 йәшендә енәйәтселек ҡорбаны була. Был, енәйәтселек кимәле уртаса булған илдәр менән сағыштырғанда, дүрт йөҙ тапҡырға күберәк. Мәҫәлән, Гватемалала йылына йөҙ мең кешегә – 39, Гондураста 86 үлтереү осрағы теркәлә. БМО мәғлүмәттәренә таянғанда, 2010 йылда Үҙәк Америкалағы 18,5 мең үлтереүҙең өстән бер өлөшө наркотиктар транзиты менән шөғөлләнеүсе енәйәтсел төркөмдәргә тура килә.
Генераль секретарь, донъяның бар илдәре берләшеп, ойошторолған трансмилли енәйәткә ҡаршы көрәшеүҙең аныҡ юлдарын билдәләргә һәм сара күрә башларға кәрәк, тине. Шул уҡ ваҡытта, Пан Ги Мун әфәнде Үҙәк Америкалағы проблема һәм донъя наркотрафигының Ер шарындағы сәйәси хәлгә кире йоғонто яһауын билдәләне. Ул Көньяҡ һәм Үҙәк Американы Европаға йүнәлтелгән кокаин трафигының глобаль “йыйыу пункты” тип атаны. Бөгөн Европала кокаин ҡулланыу кимәле Төньяҡ Америка менән тиңләшкән тиерлек. Иң ҡурҡыныс феномендарҙың береһе – Көнбайыш һәм Үҙәк Америкала наркотик трафигының яңы маршруттары барлыҡҡа килде. Был ошо төбәктең ҡаҡшауына туранан-тура юл асасаҡ һәм урындағы халыҡты тиҫтә йылдар элек яулаған демократиянан баш тартырға мәжбүр итәсәк.
Пан Ги Мундың баһаһы менән халыҡ-ара эксперттар ҙа килешә. Улар Кот-Д‘Ивуарҙағы тәртипһеҙлек, Гвинея һәм Гвинея-Бисауҙағы түңкәрелештең сәбәбен наркотиктар транзитында күрә. Наркотиктарҙан килгән ҙур аҡса ағымы хатта шундағы дәүләттәрҙең ҡаҙнаһындағы килемдән бер нисә тапҡыр артығыраҡ булып китә. Енәйәтсел төркөмдәр берләшеп, үҙенең армияһын булдыра һәм дәүләткә ҡаршы сәйәсәт алып бара.
Рәсәй өсөн дә был проблема ят түгел. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа Афғанстандағы наркотиктар етештереү үҙәге масштаблы һәм агрессив төҫ ала бара. “Төньяҡ маршрут” буйынса таралған афған героины менән гашишы экстремизмдың һәм енәйәтселектең үҫеүенә матди база барлыҡҡа килтерҙе. Улар, үҙҙәренең сәйәси амбицияларын белдереп, көс ярҙамында әлеге сәйәси режимды түңкәрәсәге хаҡында туранан-тура хәбәр итә. Был 2009 йылдың көҙөндә БМО эксперттары докладында һүрәтләгән Үҙәк Азияға яҡынлашҡан “идеаль шторм”ға оҡшаш ҡурҡыныс сценарийҙың тәүге аҙымдары ул.
Рәсәй Федерацияһының Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәте.