25.05.2012 Уругвай хеҙмәттәшлек тәҡдим итә
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда ANCAP дәүләт компанияһы етәксеһе Рауль Фернандо Сендик Родригес етәкселегендәге Уругвай делегацияһы менән эш осрашыуы үткәрҙе.
Сит ил ҡунаҡтары Өфөгә республиканың сәнәғәт һәм инвестиция мөмкинлектәре менән танышыу маҡсатында, шулай уҡ «Газ. Нефть. Технологиялар – 2012» күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн килде.
Рөстәм Хәмитов Уругвай делегацияһына халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
Республика башлығы фекеренсә, яғыулыҡ-энергетика комплексы, машиналар эшләү, нефть химияһы һәм геологик разведкалау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү төп йүнәлештәр була ала.
Үҙ сиратында Рауль Фернандо Сендик Родригес республика башлығына Башҡортостанға саҡырғаны өсөн рәхмәт әйтте.
– Мин инде һигеҙ йыл дауамында Уругвайҙың яғыулыҡ компанияһына етәкселек итәм. Илдә иң ҙур компания һаналған беҙҙең предприятие биояғыулыҡ, нефть химияһы менән дә эш итә, аҙыҡ-түлек продукттары етештерә. Алда әйтеп үтелгән барлыҡ өлкәләрҙә лә Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек булдыра алырбыҙ тип уйлайым, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Уругвайҙың рәсми делегацияһы башлығы осрашыу барышында.