«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Президент кәңәшмәлә ҡатнашты



25.05.2012 Президент кәңәшмәлә ҡатнашты

23 майҙа Брянск өлкәһендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙә ит малсылығын үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны РФ Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.
Кәңәшмәлә, ит малсылығы илдә эре агросәнәғәт холдингтары булдырыу юлы менән үҫтерелергә тейеш, тип билдәләнде. Ошоға бәйле Дмитрий Медведев, Хөкүмәт малсылыҡ комплекстары төҙөүгә алынған оҙайлы сроклы кредиттар­ҙың процент ставкаларын субсидиялау мәсьәләһен, шулай уҡ эре малсылыҡ проекттарын тормошҡа ашырғанда инженерлыҡ инфраструктураһы төҙөүгә киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар бүлеү мөмкинлеген тикшерә, тип хәбәр итте.
Рәсәй Хөкүмәте башлығы илдә иң эре сит ил етештереүселәренең ауыл хужалығы техникаһы производствоһын локалләштереүҙе арттырыу кәрәклеген дә билдәләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға