«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан – әүлиәләр иле



25.05.2012 Башҡортостан – әүлиәләр иле

УҡЫР ҡӨРЬӘН-ХАФИЗ
2002 йылда Мәсетле районының Бурансы (Һаҡауҙар) ауылында йәшәүсе Әнүәр Бикмөхәмәтов (1935 йылғы) һөйләне:
«Мәрйәмғолда Яҡуп ҡөрьән-хафиз булған. Ул Ираҡ, Англия, Францияға хәтлем барып еткән. Үҙе бәләкәйҙән һуҡыр булған, алты йәштән сәсәктән һуҡырайған. Йәйәүләп сығып китә лә, тройкалар егеп ҡайта икән. Уҡығас, хәйер-саҙаҡаны күп биргәндәр. Ул бик уҡымышлы кеше, суфый булған».


ХӨСНӨТДИН ХӘҘРӘТ

2008 йылда Әбйәлил райо­нының Ишкилде ауылында йәшәүсе Фәр­зәнә Әхтәр ҡыҙы Сиражетдинованан (1958 йылғы) яҙып алынды.

«Беҙҙең әсәй Хөснөтдин хәҙрәт затынан булған (Фәт­тәхова Нәжиә Басир ҡыҙының олатаһы була). Хөс­нөтдин хәҙрәт Зәйнулла ишан менән бергә уҡыған. Ул беҙҙең заттан беренсе булып хажға бара. Шунда карап артынан акулалар баҫтыра. Һыуға ҡорбан бирергә кәрәк була. ҡорбанды билдәләр өсөн шыбаға тотһалар, Хөснөтдин сыға. Быны кәфенгә төрөп, һыуға ташлағандар. Олатай «Лә иләһә иллалаһ, әнтә собханәкә инни көнти миннән залимин»ды ҡабатлаған. Карап ярға туҡтаһа, Хөснөтдин ярҙа намаҙ уҡып ултырған. Ул ҡаҙмаш ауылында ерләнгән».

МӨЖӘҮИР ХӘҘРӘТ МЕНӘН ОСРАШЫУ

2003 йылда Йылайыр районының ҡашҡар ауылында йәшәүсе Мөғлифә ҡорманғәле ҡыҙы ҡоҙашева (1925 йылғы) һөйләне:

«Ул ваҡытта йәш, ике бала әсәһе инем. Һуғыш бөткәс, ирҙәр булмағанға беҙҙе ҡарағай бысырға Күркә тауына ебәрҙеләр. Шул тауға иртә китәбеҙ, һуң ҡайтабыҙ. Ул көндө Бәҙретдин тигән ағай миңә, шишмәнән һыу алып сыҡ, тигәйне. Уны тыңламай, ашығып алға киткәйнем. Юл буйында икенсе ауылдыҡылар иртәрәк килеп, ағас ҡырҡа башлаған. Мин абайламай ҡалдым, йығылған ағас ботағы башыма төштө.
Шул төндө төш күргәйнем, төшөмдә беләҙегем һынды. ҡыҙҙарға һөйләһәм, изгегә булһын, тинеләр. Иртәгеһенә башым йәрәхәтләнде.
Башым ярылып, яулығым ҡанға буялып иҫһеҙ ятҡанмын. Үлә икән, тип уйлағандар. Кананикольскийға дауаханаға алып барғандар. Ун көн дауаханала ятҡас, Дәүләтғәле ағайым менән еңгәм мине Мөжәүир хәҙрәткә алып барҙы. Тәүҙә еңгәм инеп китте, мин соланда койкаға тотоноп саҡ ултырып ҡалдым. Башым шул ҡәҙәр үлтереп ауырта ине.
Мөжәүир хәҙрәт еңгәмә:
– Бар, бар, һин сыҡ, анау бала инһен! – тигән.
Ингәс, ҡалай яулығың матур, тип, өрөп башымдан һыпырып ебәргәйне, башымдың ауыртыуы бөттө лә ҡуйҙы. Һабын, тоҙ өшкөрөп бирҙе, бетеү яҙҙы. Бетеү яҙып бирәм, аҙаҡ ул юғалыр, юғалһа, көймә, тип әйтте».

МӨЖӘҮИР ХӘҘРӘТТЕ ҡУЛҒА АЛЫУ

2003 йылда Йылайыр районының ҡашҡар ауылында йәшәүсе Мәрфүғә Хәлиулла ҡыҙы Байморатованан (1928 йылғы) яҙып алынды.
«Манһарҙа Мөжәүир хәҙрәт булған. Кешеләрҙе дауалаған, барыһын да белеп ултырған. Ул китеп барған тракторҙы, машинаны туҡтата ла ҡуя икән. Бер ваҡыт уны ҡулға алырға килгәндәр. Мөжәүир хәҙрәт:
– Хәҙер намаҙ уҡыйым әле, – тигән. Тегеләр:
– Юҡ, беҙ көтмәйбеҙ, – тигән. Хәҙрәт намаҙ уҡып сыҡһа, машина китмәй ҙә ҡуя икән. ҡарсығы аш бешерергә һалған булған. Шул аш бешеп сыҡҡан. Шунан инеп аш ашағандар. ҡарт тағы ла намаҙ уҡып алған. Аҙаҡ сыҡһа, машина үҙенән-үҙе эшләгән дә киткән.
Алып барып ябып ҡуйғандар. Ишектәрҙе бикләһәләр ҙә, ҡараһалар, ишектәр шар асыҡ, ҡарт урамда йәки ишек төбөндә йөрөй, ти. Һаҡсылар ишекте бикләһә, үҙҙәре иҙрәп йоҡлай ҙа китә икән. ҡарт үҙе бер ҡайҙа ла китмәй. Шунан, быға ҡағыҙ тоттороп ҡайтарып ебәрәләр. Хәҙрәт кешеләрҙе дауалауын дауам итә».

ХАММАТ ИШАН

2005 йылда Һарытау өлкәһенең Перелюб районының ҡатай (Күсембәт) ауылында йәшәүсе Рауза Зәйнулла ҡыҙы Әхмәтвәлиева (1951 йылғы) һөйләне.

«Беҙҙең Күсембәт ауылында Хаммат Сурағолов мулла бик белемле булған. Шундай аҡыллы бабай ине. Барыһын белеп торған. Атайым һөйләй торғайны: «Бер ҡайҙа ла китмәгеҙ, мин йәкшәмбелә үләм, үлә торған ваҡытым», – тип әйтте, тип.
Шул Хаммат бабайҙың улы Булат бик шаян булған.
– Атай, мин ендәргә ышанмайым, – тигән ул. Бер көн ҡарт бының кеҫәһенә бер доғалыҡ һалған. Булат урамға сыҡһа, оҙон ендәр быны үткәрмәй икән. Теге:
– Атай, ендәр бар икән, ышанам, ышанам, тиҙ генә берәй доғалыҡ яҙып бир, – тип йүгереп ингән, ти».

ХӘКИМ ИШАН ҡӘБЕРЕ

2001 йылда Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Иҫке Субыл ауылынан Мөхөбулла Вәлиулла улы Көлсөғоловтан (1923 йылғы) яҙып алынды.

«Беҙҙең Сарҙаҡты зыяратында Хәким ишан ерләнгән. Ул балаларына васыят итеп: «Балаҡайҙарым, үлһәм, мине был зыяратҡа ҡуймағыҙ! Уны ҡасан да булһа һыу баҫыр, шуға ҡалҡыу ергә, тау башына ерләгеҙ!» – тип әйтә.
Аталары вафат булғас, балалары уны тыңламай. Тау башында башҡа ҡәбер булмағанлыҡтан, яңғыҙ ятмаһын тип, ишанды зыяратҡа алып барып ерләйҙәр. Аҙмы-күпме ваҡыт үткәс, улы төш күрә. Имеш, атаһын ҡуйылған ҡәберенән алып киткәндәр, атаһы юҡ. Бер аҙ ваҡыт үткәс, тағы ла төшө ҡабатлана. Был ҡурҡа, уйлана. Өсөнсө тапҡыр төшө ҡабатланғас, был хаҡта ауылдаштарына һөйләргә мәжбүр була:
– Атайымды төшөмдә күрҙем. Ул ҡәберендә юҡ, уны фәрештәләр алып киткән. Зыяратҡа барҙым, ҡәбере буш. ҡәбер өҫтө өңөлөп ҡалған.
Кешеләр быға ышанмай. Нисек инде мәйет юҡ булһын? 5 – 6 кеше барып ҡарай, ҡәберҙе ҡаҙырға ҡурҡалар. ҡалай булһа ла аҙаҡ ҡәберҙе ҡаҙалар, ысынлап та, ләхете асыҡ, мәйет юҡ. Аталары әйткән ҡалҡыу ергә барып ҡараһалар, яңы ғына күмелгән ҡәбер өйөмө ята, ти. Бына был фәрештәләр эше».

Фәнирә ҒАЙСИНА,
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының
фольклористика бүлеге хеҙмәткәре.

(Дауамы. Башы 31, 33, 34, 36,
38-се һандарҙа).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға