«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



22.05.2012 Донъя яңылыҡтары

Италияны һелкетә

Италияның төньяғында үткән көслө ер тетрәүҙәр тулҡыны тағы ла ҡабатланған.
5 балл магнитудалы һелкенеү арҡаһында Болонья провинцияһы зыян күргән. Дүрт мең ярымдан ашыу кеше эвакуацияланған. Ете кеше һәләк булған, йорттарҙың күбеһе емерелгән.

Сербияла – яңы Президент

Ниһайәт, сербтар ҙа яңы ил башлығын һайланы.
Оппозиция партияһы лидеры Томислав Николич, икенсе турҙа 50 проценттан күберәк тауыш йыйып, әлеге Президент Борис Тадичты еңеп сыҡты. Тиҙҙән ул яңы Премьер-министр тәғәйенләйәсәк. Николич, Рәсәй менән араны көйләйәсәкмен, тип хәбәр иткән.

“Беҙҙекеләргә –
“ҡоро закон”

27 июлдән 12 авгусҡа тиклем Лондонда үтәсәк Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ Рәсәй спортсыларына спиртлы эсемлектәр ҡулланыу тыйылған.
Хәтерегеҙҙә булһа, 2010 йылдағы Ванкуверҙағы Олимпиаданан спортсыларыбыҙ көтөлгән 30 − 50 миҙал урынына ни бары 15-те алып ҡайтты. Шул уҡ ваҡытта кәйеф-сафа ҡороусылар, тауыш ҡупта­рыу­сылар араһында рәсәйҙәргә етеүсе булмаған. Шуға күрә лә РФ Хөкүмәте “ҡоро закон” тураһында ҡарар ҡабул иткән. Һәр спортсы һәм тренер, махсус регламент булдырып, хәмерҙән баш тартырға һәм төнгө сараларҙа ҡатнашмаҫҡа тейеш.
Рәсәй йыйылма командаһы спортсылары ҡатнашҡан саралар­ҙа алкоголле эсемлектәр тәҡдим итеү ҡәтғи тыйыласаҡ. Был ҡаты талап cпортсыларыбыҙға алтын миҙалдарҙы күберәк алып ҡайтыр­ға ярҙам итер, тип ышанайыҡ.

Кем хаҡлы?

Мәскәү ҡалаһының үҙәк өлөшөндә ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан мигранттары араһында ысын мәғәнәһендә һуғыш булған.
Хатта етди тән йәрәхәттәре алыу­сылар ҙа булған. Полиция 79 кешене ҡулға алған, профилактик һөйләшеүҙән һуң улар иреккә ебәрелгән. Ике милләт вәкилдәре араһында ҡупҡан низағтың сәбәбе билдәһеҙ. Әле тикшереүҙәр бара.

ҡартаямы ни һуң йөрәк?

73 йәшлек Тамаэ Ватанабе исемле япон әбейе − донъяның иң оло альпинисы.
Ул планетаның иң бейек нөктәһе Эвересты (Джомолунгма) яулаған. Тамаэ Ватанабе дүрт дуҫы менән бейеклеккә артыҡ ауырлыҡһыҙ ғына артылған да, имен-аман кире ергә төшә алған. Бынан ун йыл элек ул Гималайға 8,8 мең метрға тиклем күтәрелгән булған.
Йөрәк йәш булһа, алдағы кәртәләр ҡурҡытмай ул. ҡартлыҡта ла бына тигән итеп йәшәргә кәрәк!
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға