«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



22.05.2012 Өс һөйләм менән

Мәскәүҙә, Серго Орджони­кидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология-разведка университетында Башҡортостан көндәре үтте. Бындай сара үткәреү вуз өсөн матур йолаға әүерелгән, сөнки ул Башҡортостандан абитуриенттар йәлеп итеү менән әүҙем шөғөлләнә. Һуңғы өс йылда ғына беҙҙән 60 уҡыусы бында уҡырға ингән.

Йыл башынан Башҡортос­танда 17586 бала донъяға килгән: 9117 малай һәм 8469 ҡыҙ. Яңы тыуған сабыйҙар араһында 171 игеҙәк һәм дүрт өс игеҙ ҙә бар. 2011 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, тыуымдың, шулай уҡ ғаиләлә икенсе, өсөнсө бала тыуыуының артыуы күҙәтелә.

Ошо көндәрҙә «Башҡортос­тан Республикаһында йәмәғәт тәртибен һаҡлау тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы БР законы проекты республика парламенты ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ. Проект буйынса Закондың алтынсы статьяһының яңы нормаһына ярашлы ҡул күтәреү, әрләшеү һәм башҡа шундай ҡылыҡтар ғаилә ағзаларына ғына түгел, бергә йәшәүсе кешеләр өсөн дә тыйыла. Закондың 12-се статьяһының яңы редакцияһына ярашлы, водителдәр, машинист, контролер, контролер-ревизор, кондукторҙар хеҙмәт бурысын үтәгәндә уларға ҡамасаулау, улар­ҙың законлы талаптарын үтәмәү закон боҙоу тип һаналасаҡ.

Иртәгә Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы айҡанлы Өфөлә V Бөтә Рәсәй ғаилә конгресы үтә. Уның сиктәрендә БР Дәүләт Йыйы­лышы – ҡоролтайҙа «Бәләкәй кешеләрҙең ҙур проблемалары» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл» ойоштороласаҡ. Шулай уҡ конгресс сиктәрендә төрлө номинациялар буйынса ғаиләләрҙе бүләкләү күҙаллана, атап әйткәндә, күп балалы ғаиләләргә «Газель» микроавтобусы асҡыс­тары тапшырыласаҡ.

24 майҙа Өфөлә БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының икенсе ултырышы уҙа. Унда йәш парламентарийҙар слетына, шулай уҡ йыл һайын үткәрелгән «Мин – граждан» йәштәр форумына әҙерлек мәсьәләләре тикшереләсәк. Бынан тыш, ултырышта «Башҡортостан Респуб­ликаһының закон сығарыусыһы» норматив-хоҡуҡи акттар конкурсына йомғаҡ яһау, икенсе ярты йыллыҡҡа эш планын раҫлау күҙаллана.

Пионерияның 90 йыллығына арналған халыҡ-ара финанс конкурсында призлы ун урындың алтауһын Өфө уҡыусылары алды. Өфө ҡалаһынан Ангелина Позолотина, Павел Артемьев, Михаил Сахнов конкурстың абсолют еңеүселәре булһа, Бүздәк районынан Айҙар Чанышев – дүртенсе, Өфөнән Илдар Дәүләтшин − бишенсе, Павел Стрижев унынсы урынды яуланы. 6 – 9-сы урындарға Мәскәү һәм Новочебоксар уҡыусылары сыҡты.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға