22.05.2012 Илерткесте тонналап индерәләр
Быйыл Волга буйы төбәге таможняһы хеҙмәткәрҙәре насвайҙы рөхсәт ителгән күләмдән артыҡ индереүҙең 1800-ләп осрағын асыҡлаған. Тартып алынған тауарҙың ауырлығы тонна менән үлсәнә.
Сәйнәү өсөн тәғәйенләнген тәмәкене илгә законһыҙ индереү факттары буйынса асылған административ эштәр иҫәбе буйынса Башҡортостан таможняһы Волга буйы таможня идаралығы таможнялары араһында икенсе урында тора – беҙҙә 374 эш асылған. ҡануниәттә насвай имеү өсөн тәғәйенләнгән тәмәке булараҡ билдәләнә. Ошоға ярашлы, уны илгә алып инеү нормалары ла тәмәкенеке кеүек. 18 йәше тулған һәр граждан шәхси ихтыяжында таможня союзы биләмәһенә 200 сигарет йәки 50 сигара, йә 250 грамм тәмәке һәм дөйөм ауырлығы 250 грамдан артмаған ошо үрҙә күрһәтелгән изделиены алып инә ала. Әгәр пассажирҙа норманан артыҡ тәмәке продукцияһы табылһа, ул тартып алына, ә граждан үҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Азия илдәренән, башлыса, Тажикстандан һәм Үзбәкстандан килгән һәр халыҡ-ара рейста Волга буйы федераль округының таможня хеҙмәткәрҙәре насвайҙың рөхсәт ителгән норманан күпкә артыҡ индерелеүен асыҡлай.
Насвай ҡулланыу тәбиғи һаналған Урта Азия илдәрендә уны өй шарттарында эшләйҙәр. Эксперттар, насвай ҡулланыу арҡаһында тиҙ арала никотинға бәйлелек барлыҡҡа килә, насвай ауыҙ, тамаҡ яман шешенә, ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарына сәбәпсе булыуы ихтимал, тип билдәләй. ҡушылмала ағыулы матдәләр, атап әйткәндә, кадмий һәм ҡурғаш булыуы ла асыҡланған. Лаборатор тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә насвай ҡулланыусыларҙың ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн хәүефле, сифатһыҙ тауар тип танылған.