«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Президент – Бәләбәйҙә



22.05.2012 Президент – Бәләбәйҙә

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бәләбәйҙә булып, төрлө социаль объекттар­ҙы ҡараны, халыҡ менән осрашты һәм уны урындағы яңылыҡтар менән дә таныштырҙылар.
Приют ҡасабаһында йыл башында, теүәлерәге, 28 ғинуарҙа газ шартлауынан зыян күреүселәр өсөн күп фатирлы торлаҡ йорт сафҡа индерелде. Фажиғәлә ул көндө биш кеше һәләк булып, 16 ғаилә өйһөҙ ҡалғайны. 100 көн эсендә тиерлек төҙөүселәр емерелгән бинанан алыҫ түгел урында өс ҡатлы торлаҡ йорт күтәрҙе. Был төҙөлөшкә республика бюджетынан 32 млн һумға яҡын аҡса бүленде.
Яңы фатир асҡыстарын Приют халҡы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡулынан алды. Янғындан зыян күргәндәрҙең барыһына ла 24 фатирлы йорттан торлаҡ бүленде, ә ҡалған фатир­ҙар ҡасабаның социаль торлаҡҡа мохтаж халҡына биреләсәк.
– Приют халҡына – сабырлығы, төҙөүселәргә йылдам эшләүҙәре өсөн рәхмәт, улар ҡыҫҡа арала ихатаһында төҙөкләндерелгән балалар майҙансығы менән бергә яңы, сифатлы йорт күтәрә алды, – тине Рөстәм Хәмитов, асҡыстар тапшырып.
Президент районда ҡатнаш аҙыҡ заводын төҙөү мөмкинлеген тикшерҙе. Приют ҡасабаһындағы «67-се икмәк базаһы» йәмғиәте етәкселеге тап ошо ниәт менән яна. Проект бюджеты яҡынса 400 млн һум менән баһалана. Әлеге ваҡытта уның инфраструктураһын булдырырға, тупраҡҡа анализ эшләргә һәм ошонан һуң ғына объект төҙөләсәк урынды билдәләргә кәрәк. Бәләбәй районында ҡатнаш аҙыҡ заводы төҙөү ҡыҙыҡлы, һәйбәт проект, тигән фекерҙә республика башлығы.
Икмәк базаһында элеватор ҙа эшләй, уның төп проблемаһы иген дефицитына ҡайтып ҡала. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, был яҡын тирәләге райондарҙың ашлыҡтан ҙур уңыш алмауына бәйле. Рөстәм Хәмитов предприятие етәкселеге менән берлектә элеваторҙы 2012 йылғы уңышты ҡабул итеүгә әҙерләү мәсьәләһен ҡараны.
Бәләбәйҙә 220 урынға иҫәпләнгән бассейнлы балалар баҡсаһы төҙөлә. Рөстәм Хәмитов унда ла булды.
Социаль объекттың смета хаҡы – 128 млн һум. Бөгөн бинаның стеналары күтәрелеп бөткән, әле инженер селтәрҙәре һуҙыу һәм йылытыу системаһын монтажлау эштәре алып барыла. Яңы балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен быйыл 1 октябрҙә асырға тейеш, тип көтөлә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға