18.05.2012 Башҡортостан –әүлиәләр иле
Халҡыбыҙҙың 120-нән ашыу әүлиәһе, изгеһе билдәле
2009 йылда Асҡын районының ҡашҡа ауылында йәшәүсе Әғзәм Ғәйзулла улы Ғәйзуллиндан (1923 йылғы) яҙып алынды.
Борай районының Иҫке Таҙлар ауылында Ноғман Фәхретдин улы тигән хәҙрәт булған. Ул шишмә ҡаҙҙырған. “Шул шишмә аҙаҡ зәм-зәм һыуы һымаҡ булыр”, – тип әйтеп ҡалдырған.
Мин ул ауылға барып, хәҙрәттең улы менән танышып, һөйләшеп ултырҙым. Ноғман хәҙрәт улына: “Улым, һин мәзин булып торорһоң”, – тип яҙмышын алдан әйтә. Ысынлап, мәзин булып торҙом, ти. Аҙаҡ: “Улым, һин көтөүсе булып торорһоң”, – тине. Колхозлашыу заманында көтөүсе булдым. Унан: “Улым, һатыусы ла булып торорһоң”, – тигән. Һатыусы ла булып эшләнем, тип һөйләне улы.
Ноғман хәҙрәт йәш сағында ҡорос ауылында йәшәгән Бәҙретдин хәҙрәттә уҡыған булған.
Ноғман хәҙрәт хажға китеп барғанда, Аҡа һыуы буйында уны күрергә тип бик күп халыҡ йыйыла. Ә ул тройка менән сабып килә лә, йылға аша осоп сығып китә. Шулай халыҡҡа тәжрибин (кирәмәт) күрһәтә. Тәжрибин күрһәтһәң, ғүмер ҡыҫҡара. Ноғман хәҙрәт хажды тамамлағас, Мәккәлә үлеп ҡала, шунда күмелә. Ул шундай ниәт менән юлға сыҡҡан була, шуға ғүмерен ҡыҫҡартыр өсөн тәжрибин күрһәтеп китә лә инде.
ҒАБДРАХИМ ХӘҘРӘТ
2009 йылда Асҡын районының ҡашҡа ауылында йәшәүсе Әғзәм Ғәйзулла улы Ғәйзуллиндан (1923 йылғы) яҙып алынды.
Киҫәкҡайын ауылында бик көслө шәйех-кирам Ғабдрахим хәҙрәт булған. Ул 1933 йылда 103 йәшендә үлә. Ғабдрахим хәҙрәт ныҡ оло булғас, уны һөргөнгә ебәрмәгәндәр. Минең атай уға мөрит булып өс тапҡыр барып ҡалған.
ӘҮЛИӘЛӘР ҒАИЛӘҺЕ
2007 йылда Асҡын районының ҡашҡа ауылында йәшәүсе Тәғлимә Әғзәм ҡыҙы Дилмөхәмәтованан (1936 йылғы) яҙып алынды.
Мәсетле районының Абдулла ауылынан Фазиәхмәт хәҙрәт әүлиә ине. Һыуҙың өҫтөнән атлап сығып китер булған. Шул әүлиә ҡарт: ”Төй буйында бер әүлиә бар, тик уның әүлиә икәнен берәү ҙә белмәй”, – тип әйткән. Ысынлап та, беҙҙең ҡубыяҙ ауылында Әйүп бабай Ишниязов әүлиә ине, үҙе хаҡында кешегә белдермәй торғайны. Ул 30 йыл элек ҡубыяҙҙа ерләнгән.
Фазиәхмәт хәҙрәттең әбейе Сабира өс тапҡыр мәрткә киткән, тамуҡ менән ожмахты күргән. Был әбейгә төшөндә фәрештәләр һыу эсергән. Шунан һуң, бының ашағыһы-эскеһе килмәгән. Шулай бер-ике ай йөрөгән, тик ҡайһылыр ауылда быға көсләп һыу эсергәндәр. Шунан яңынан ашай-эсә башлаған.
ӘҮЛИӘ ҡАТЫН
2007 йылда Асҡын районының Иҫке ҡушкилде ауылында йәшәүсе Фидаил Әхмәтдин улы Ғилметдиновтан (1949 йылғы) яҙып алынды.
Әтейемдең ҡартатаһының һеңлеһе әүлиә булған (һүҙ Өммөрәхил әбей хаҡында бара булһа кәрәк – Ф. Ғ.) . Ул 1800 йылдарҙың башында йәшәгән.
Шул ҡатын ҡубыяҙ ауылына туғандарына ҡунаҡҡа барған. Унда эсәр һыу бик алыҫ булған. Юлда туғаны “өйҙә эсергә һыу ҙа юҡ” тип уйлаған. Был туғанының уйын белгән дә:
– Бар, һин ҡайт! Мин шунда намаҙ уҡып алайым әле, – тигән. Шунан намаҙ уҡыған урында биш ерҙән һыу сыға башлаған.
ҒӘЙНЕЛЙӘН ХӘҘРӘТ
2007 йылда Асҡын районының Үршиҙе ауылында йәшәүсе Фатима Зәйнетдин ҡыҙы Сәләмованан (1928 йылғы, ҡубыяҙ ауылынан килен булып төшкән) яҙып алынды.
ҡубыяҙ ауылында Ғәйнелйән тигән хәҙрәт көн күргән. Бының амбарында ашлығы булған. Бурҙар ат егеп килгәндәр, тегеләр тейәп бөткәс, ат ҡуҙғалмай ҙа ҡуя, ти. Шулай китә алмай интеккәндәр.
Был хәлде белеп торған ҡарт:
– ҡарсыҡ, сәй ҡуй! ҡунаҡтар килгән, – тигән. ҡарт, сығып:
– Уландар! Инегеҙ, сәй эсегеҙ! – тигән. Шунан тегеләр инеп сәй эскән.
– Хәҙер ҡайтығыҙ, ашлыҡты ла алып ҡайтығыҙ! – тигән хәҙрәт.
МӨҡИМ ИШАН
2005 йылда Яңауыл районының Туртыҡ ауылында Ғатиф Мөхәмәтрәхим улы Сәләховтан (1929 йылғы) яҙып алынды.
Мөҡим ишан беҙҙең Туртыҡ ауылына егет сағында ҡайҙандыр килгән. Ул бик ғилемле кеше булған (үҙе иҫән саҡта уҡ зыяратта йорт эшләтеп ҡуйған. Хәҙрәт үлгәс, шунда индереп ҡуйғандар).
Мөҡим ишанды бер көн таларға килгәндәр. Был алдан һиҙгән дә хеҙмәтселәренә әйткән: “Бөгөн аҙбарҙарҙы бикләмәгеҙ, асыҡ торһон, ҡунаҡ килә”, – тип.
Төндә бурҙар килеп, арбаларына ашлыҡ тултырған. ҡуҙғалып китмәксе булһалар, аттары ҡуҙғалмай, ти. Шунан Мөҡим ҡарт сығып:
– Балалар инегеҙ! Инеп сәй эсеп сығығыҙ! Инеп сәй эсһәгеҙ генә аттарығыҙ ҡуҙғалыр, – тигән.
ХӘЙРУЛЛА МУЛЛА
2005 йылда Һамар өлкәһе Глушицкий районының Ташбулат ауылында йәшәүсе Зәйтүнә Әбхәлим ҡыҙы Мусинанан (1924 йылғы) яҙып алынды.
ҡыпсаҡта Хәйрулла мулла бар ине. Бик шәп мулла булды, ендәр менән ер аҫтында ете йыл уҡыған. Йылына бер тапҡыр ғына сығып йөрөгән, барыһын да белеп ултырған. ҡарт ҡаҙаҡтан ҡарсыҡ алған. Колхозлашыу осоронда бөтә муллалар ҡасып китте. Хәйрулла мулла Урал яғына күсте.
Апайым ҫуҡырайғайны (һуҡырайғайны), әмәлләгән булғандар. Үҙенең бер туған еңгәһе яһап ебәргән. Инәйем Хәйрулла мулланың адресын алып, артынан эҙләп китте. Барып тапҡандар, бөтәһен дә белеп ултыра икән: “Был баланы бер гонаһһыҙ язалағандар икән. Ниңә яҫтығыңды ҡараманың?” – тигән.
Апайым һауығып ҡайтҡайны, бер аҙ торғас, тағы һуҡырайҙы. Башын йыуғанда бетеүен юғалтҡан.
Фәнирә ҒАЙСИНА,
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының
фольклористика бүлеге хеҙмәткәре.
(Дауамы. Башы 31, 33, 34, 36-сы һандарҙа).