«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



18.05.2012 Өс һөйләм менән

Татарстан парламенты спикеры Фәрит Мөхәмәтшин Баш­ҡортостандың иң юғары һәм абруйлы наградаларының береһенә лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән ул Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Был юғары награда уға ике республика араһындағы хеҙмәттәшлекте һәм дуҫлыҡ ептәрен нығытыуға индергән хеҙмәте өсөн тапшырылды.

Өфөлә “Дәүләт һәм муниципаль идаралыҡта мәғлүмәт технологияларын ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу” темаһына Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Уны БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Өфө дәүләт авиация техник университеты ойошторҙо. Сарала дәүләт һәм муниципаль идара органдарын мәғлүмәти-техник тәьмин итеүҙең бөгөнгө торошо, фән ҡаҙаныштары, мәғлүмәт системаларын индереү проблемалары һәм мәғлүмәт технологиялары хеҙмәте баҙарының мөмкинлектәре хаҡында һүҙ алып барылды.

Иртәгә Өфөлә М. Исҡужин исемендәге 136-сы лицейҙа «Бөгөнгө шарттарҙа башҡорт телен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә йәмәғәт ойошмалары һәм дөйөм белем биреү учреждениеларының роле» фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙа. Ул халыҡ мәғрифәтсеһе һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәтғәле Исҡужиндың тыуыуына 85 йыл тулыу­ға арнала. Сара сиктәрендә 136-сы лицейҙа М. Исҡужинға мемориаль таҡтаташ та асыласаҡ.

Яҙ баш­ы­нан Башҡортостанда 32 урман янғыны теркәлгән. Уттан зыян күргән урман фондының дөйөм майҙаны 198 гектарға еткән. Янғын һүндереүгә 600-гә яҡын кеше һәм 150-нән ашыу берәмек техника йәлеп ителгән.

Башҡортостанда «Бала йөрәгенә ҡағыл!» акцияһы дауам итә. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ойошторған акцияла республикала йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланған тиҫтәләгән бала юғары технологиялы медицина ярҙамы алған. Ошо көндәрҙә партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов Урман ҡасабаһынан Айна Пурлиеваға Йөрәк-ҡан ғилми үҙәгендә бушлай дауаланыу алыу өсөн сертификат тапшыр­ҙы.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға