«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



15.05.2012 Өс һөйләм менән

Кисә Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Игорь Сечин килеп китте. Мәскәү ҡунағы гидротехник ҡорамалдар етештерәсәк «АльстомРусГидроЭнерджи» берлектәге Рәсәй – Франция заводын төҙөүгә нигеҙ ташы һалыуҙа ҡатнашты. Өфө – аэропорт юлының уң яғында урынлашасаҡ предприятиены төҙөүгә 100 миллион евро һалыу күҙаллана.

17 – 18 майҙа Өфө дәүләт нефть техник университетында Волга буйы федераль округының сираттағы йәш ғалимдар форумы уҙа. Уның темаһы: «Рәсәйҙә фән һәм мәғариф тармағын камиллаштырыу: проблемалар, өҫтөнлөктәр һәм перспективалар». Форум барышында фән һәм мәғариф тармағын камиллаштырыу мәсьәләләренә арналған тематик секциялар, пленар ултырыш, ойошмаларҙың һәм фондтар­ҙың презентацияһы ҡаралған.

Ветерандарҙы торлаҡ ме­нән тәьмин итеү мәсьәләһе – РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваның айырым контролендә. Сәлиә Мырҙабаева әйтеүенсә, 2012 йылдың 1 апрелендәге мәғлүмәттәр буйынса, 8507 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм һуғышта ҡатнашыусылар­ҙың һәм һәләк булыусыларҙың ғаилә ағзалары торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж. Шуларҙың ике меңдән ашыуы үҙенең торлаҡ менән тәьмин итеүгә хоҡуғын файҙаланмаған.

Банк бүлексәләренең иҫәбе буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә иң тәүге биш төбәк иҫәбенә инә. Волга буйы федераль округында иһә икенсе урынды биләй. Дөйөм алғанда, республика биләмәһендә 89 банк урынлашҡан.

18 майҙа баш ҡаланың «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Студент яҙы – 2012» республика фестиваленең гала-концерты була. Йылдан-йыл фестивалдең кимәле үҫә, һайлап алыу турында ҡатнашыусылар һаны арта бара. 2003 йылда, мәҫәлән, фестивалдә Башҡортостандың 13 – 15 юғары уҡыу йорто студенттары ғына ҡатнашһа, быйыл 23 вуз командаһы көс һынашты.

Яҙғы саҡырыу кампанияһы башланғандан алып Баш­ҡортостандан 300-гә яҡын кеше хәрби хеҙмәткә алынған. Улар Брянск, Тоцк, Сыбаркүл, Һамар һәм Рязандә урынлашҡан хәрби частарҙа хеҙмәт итәсәк. Республиканың хәрби комиссары Анатолий Балтинский әйтеүенсә, 29 мең йәш егет саҡырыу һәм хәрби-медицина комиссияһы үтәсәк, шуларҙың 6200-ө хеҙмәт итергә китәсәк.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға