«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан – әүлиәләр иле



11.05.2012 Башҡортостан – әүлиәләр иле

Халҡыбыҙҙың 120-нән ашыу әүлиәһе, изгеһе билдәле
ТУЙМӨХӘМӘТ ӘҮЛИӘ
2007 йылда Асҡын районының ҡубыяҙ ауылында Зәнил Мазһар улы Фәйезовтан (1953 йылғы) яҙып алынды.
ҡариҙел районының Яҡуп (Уртауыл) ауылында таш мәсет бар. Ташкент яғынан бер мосафир, изге кеше килә. Уны Туймөхәмәт әүлиә, Туйыш хәҙрәт тип тә йөрөткәндәр. Юлда бер урында ҡуна, шунда төш күрә, сиркәү ҡыңғырауы тауышын ишетә. Унда хәҙер урыҫ ауылы. Ә Яҡуп ауылы ерендә йоҡлағанда, төшөндә аҙан тауышын ишетә. Шунан был мәсет төҙөргә була. Уның ике улы, ике килене булған. ҡатыны, үҙе күлдәктәренең итәктәренә һалып, мәсет нигеҙенә таш ташый.
Туймөхәмәт үлер алдынан төш күрә. Уянғас, ҡарсығына әйтә: “Мине алырға киләләр. Үлгәс, кәүҙәмде ҡуҙғатмағыҙ, ҡайҙа үләм, шунда күмегеҙ!”. Бер көн был мәсеткә китә һәм ҡайтмай. ҡарсығы мәсеткә барһа, был үлгән. Шунан ауыл ҡарттары уны йыуып, зыяратҡа күмергә була. Алып китһәләр, юлда ҡаршыларына яу осрай. Былар мәйетте ҡалдырып ҡаса. Яу мәйет янына килә. Ә ауыл халҡы кире килһә, мәйет юҡ, ти. Фәрештәләр алып киткән, ти. Күҙҙәренә шулай күренгән. Ә зыяратта алдан ҡәбер ҡаҙған булалар, ул үҙенән-үҙе күмелгән, ти. Ә мәсеттең эсендә үҙенән-үҙе ҡәбер үҫеп сыҡҡан һәм ҡәбер ташы хасил булған, ти. Шунан кешеләр, изге урын тип, аҡса, хәйер һалып китер булған. Шул таш мәсет әле һаман бар.
Коллективлаштырыу ваҡытындамы икән, бер кеше шул хәйер аҡсаһын алып, араҡы алып эскән һәм шунда уҡ тартышып үлгән.


ТУЙМӨХӘМӘТ
(ТУЙЫШ ДИУАНА)
(икенсе вариант)
2007 йылда Асҡын районының Әмир ауылында Шәмғежинан Имамәғзәм ҡыҙы Имамәғзәмованан (1926 йылғы) яҙып алынды.

Туймөхәмәт Бохаранан килгән. Бында ғүмер итеп, мәрхүм булған. Уның ҡыҙҙары булған, итәктәренә таш тейәп ташып, мәсет эшләгәндәр. Эсендә дүрт кеше тороп намаҙ уҡырлыҡ мәсет булған, манараһы юҡ ине. (Бер ҡыҙы Мулдаҡай ауылында кейәүҙә булған).
Туйыш: “Мин вафат булғас, Туймөхәмәт тип әйтмәгеҙ, Туйыш тип әйтегеҙ”, – тигән. Шуға уны Туйыш диуана тинеләр.
Туйыш: “Кәүҙәмде алып китеп ултырғанда яу килер, мине ташлап китмәгеҙ!” – тигән. Ул үлгәс, мәсете янына ҡәбер ҡаҙалар, уны шул ҡәбергә һалмаҡсы булалар. Алып китеп ултырғанда, ысынлап, та яу килә, ҡурҡып, быны ташлап ҡасалар. Аҙаҡ килһәләр, был юҡ, ти. Ә бының ҡәберендә үләндәр үҫеп ултыра икән. Бына шундай ҙур хикмәт була.

ӘҡСӘН ХӘҘРӘТ
2007 йылда Асҡын районының Әмир ауылында Шәмғежинан Имамәғзәм ҡыҙы Имамәғзәмова (1926 йылғы) үҙенең хәләл ефете Әҡсән хәҙрәт хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Насиров Әҡсән хәҙрәттең атаһы Әсләм, инәһе Шәмсиә ине. Ул ҡариҙел районының Талип ауылыныҡы. Әҡсән хәҙрәт ҡариҙел районының Тирмән ауылында Харис хәҙрәттә һәм уға саҡлы йөҙ мулла уҡытып сығарған Борай районының бер хәлфәһендә белем алған. Әҡсән хәҙрәт әүлиә, шәйех-кирам ине. Йүрүҙән буйында бер ауылдың мөрите лә булды.
Беҙ Әҡсән хәҙрәт менән өйләнешкәндә миңә – 37 йәш, уға 79 йәш ине. Бергә 11 йыл йәшәнек. Уның 17 балаһы бар ине. Бында ул ете йыл йәшәне. Был өй ете йыл мәсет булып торҙо. Беҙгә тирә-яҡтан халыҡ йыйылыр ине. Сырхауҙарҙы килтерәләр: аяҡһыҙ, ҡулһыҙ, телһеҙ, аңһыҙ, фалиж һуҡҡандарҙы. Хәҙрәт өшкөрә лә терелтә, үҙ аяҡтары менән ҡайтып китәләр ине.
Әҡсән хәҙрәт һигеҙ мәртәбә төрмәлә ултырған. Хөкөм иткән һайын уны гел унар йылға ултырталар.
Хәҙрәт Мөскилде тигән ауылда йәшәгән саҡта, улар­ға бер партийный кеше килеп йөрөгән. Хәҙрәт уға: “Һин был совет заманына ышанма, ул ҡырҡ йылдан һуң бөтә”, – тигән. Теге ир бының өҫтөнән яҙыу яҙып биргән. Яҙып биргәс, быны эҙләгәндәр. Ул улдарына барып йөрөгән булған. Уны Яңауыл баҙарында тотоп алып, ун йылға, Свердлауға төрмәгә ултырталар, ул дүрт йылдан ҡайта. Шунда камерала дүрт хәҙрәт менән бергә ултыра. Унда саҡта, һүҙ ҡуйышҡан булалар: “Төрмәнән сыҡҡас, ҡарт көндә булһа ла бер-беребеҙҙе эҙләп табырбыҙ”, – тип. Сыҡҡас, хәҙрәттәр күреште, береһен Мәскәүгә барып күрҙек, икенсеһен – Петербургта. Ул заманда телевизор яңы ғына сығып тора ине. “Был нәмә халыҡты ныҡ аҙҙырасаҡ”, – тип, бик ҡайғырып илаштылар.
Бабай 1975 йылда үлде. “Минән һуң был яҡҡа шәйех-кирам килмәҫ, мин һуңғыһы”,– тине.

ӘҡСӘН ХӘҘРӘТ СИТЕГЕ
2009 йылда Асҡын районының ҡашҡа ауылында йәшәүсе Ғәлиәскәр Ғәйзулла улы Ғәйзуллиндан (1930 йылғы) яҙып алынды.

Бәләкәй саҡта Әҡсән хәҙрәтте ат менән йөрөттөм, ул арҡанан һыйпаштырып ҡуя ине. Үҫкәс, бер ун биш йыл үткәс, Әҡсән хәҙрәт рухына ҡорбан салдырҙым, аят уҡыттым. Шунан бер туған ҡустым Талип менән ҡорбан итен Әҡсән хәҙрәттең әбейенә алып киттек. Шәмғежинан әбей бик ҡунаҡсыл ине, сәйен ҡуйып ебәрҙе, беҙгә аят уҡырға ҡушты.
Бер аҙ торғас, ул урынынан тороп, һандығы янына китте, асырға маташты ла туҡтап ҡалды, унан “бисмиллә” итеп асып, таҫтамалға төрөлгән ситекте алып, миңә тотторҙо. Шунан: “Әҡсән бабайығыҙ үлер алдынан миңә васыят әйтеп ҡалдырғайны, был ситекте намаҙ уҡыған кешегә бүләк итеп бирерһең, тип. Мин килгән бер оло мул­лалар­ға ситекте бирергә уйлап, һандыҡты асып ҡараным, тик аса алманым. Шулай ун ике йыл үтте. Ә бөгөн төш күрҙем, төшөмдә Әҡсән хәҙрәт: “Бөгөн ситектең хужаһы киләсәк, уға бирерһең!” – тине. Һеҙ килгәс, бәлки, ситек хужаһы Талиптыр, тип уйлап, һандыҡты асып ҡарағайным, ул тағы асылманы. Шунан, улай булғас, ситектең хужаһы Ғәлиәскәр инде, тип уйланым һәм һандыҡ асылды. Ғәлиәскәр, бабайың һиңә ҡалдырған икән, ситектең хужаһы һин”, – тип, миңә бүләк итеп биреп ҡайтарҙы. Әле лә кейәм, таҫтамалы ла әле лә йөрөй.

Фәнирә ҒАЙСИНА,
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге хеҙмәткәре.
(Дауамы. Башы 31, 33, 34-се һандарҙа).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға